Учреждение заманса талаптар һәм стандарттар нигеҙендә төҙөлгән. Ул халыҡҡа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм медперсонал өсөн бөтөн кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән.
Унда фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедура, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм медицина йыһаздарын һаҡлау урыны бар.
Үктәй ауылы халҡын медицинаға 40 йылдан артыҡ ғүмерен бағышлаған фельдшер Рәмилә Сәйетова хеҙмәтләндерәсәк.