Был ауылдарҙа 1200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ бөтә уңайлыҡтары булдырылған фельдшер- акушерлыҡ пункттары асылыуына ифрат шат, был пациенттарға ла ың:ай, унда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә лә бик уңай.
Мәләүез район башлығы Зәбир Ғабдуллин билдәләүенсә, Смаҡ һәм Бәләкәй Шәрип фельдшерҙарының 40 йылға яҡын эш стажы бар, улар ауыл халҡы араһында ҙур ихтирам менән файҙалана. Медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттарҙы заманса йыһазландырылған бинала ҡабул итәсәк.
ФОТО: Башинформ.