Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Октябрь 2025, 09:30

Башкортстан вәкилдәре Рәсәй наградаһына лайыҡ

Рәсәй Президенты дәүләт наградалары биреү тураһындағы указға ҡул куйҙы. #ВладимирПутин

Башкортстан вәкилдәре Рәсәй наградаһына лайыҡ
Башкортстан вәкилдәре Рәсәй наградаһына лайыҡ

Бүләкләнеүселәр исемлегендә Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бар.

Дуҫлыҡ орденына фәнни ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре Мулдашев Альберт лайыҡ булды.

Альберт Әкрәм улы - Рәсәй, Башҡортостан һәм Монголия ботаникаһы үҫешенә бик ҙур өлөш индергән иң абруйлы эколог-флюориттарының береһе.

Ул республика өсөн йөҙҙән артыҡ яңы үҫемлек төрөн асыҡлаған. Шәхсән үҙе  Өфө биология институты гербарийында 40 меңдән артыҡ үҫемлек йыйған. Уның ҡатнашлығында 100-ҙән артыҡ тәбиғәт һәйкәле һәм 16 ҡурсаулыҡ проектланған. Шулай уҡ, Альберт Мулдашев «Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территориялары реестры»ның барлыҡ дүрт баҫмаһының төп авторы ла булып тора.

Ирешелгән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Торатау» Конгресс-холл директорының стратегик үҫеш буйынса урынбаҫары Андрей Лерия Рәсәй Президенты Маҡтау грамотаһына лайыҡ.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас