Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Октябрь 2025, 12:30

"Сәләмәтлек поездары"

    2019 йылдан "Сәләмәтлек поездары" 800 меңдән ашыу кешене тикшерҙе #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Сәләмәтлек поездары"
"Сәләмәтлек поездары"

 

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» проектында ҡатнашыусы табиптар менән осрашты. Уның сиктәрендә ете йыл инде медицина хеҙмәткәрҙәре бригадалары «Сәләмәтлек поездары» составында алыҫ ауыл тораҡ пункттарына юллана.

2019 йылдан эшләгән проект диагностик ярҙамды арттырыуға, ауылдарҙа "Сәләмәтлек поездары" йәшәүселәр араһында социаль әһәмиәтле һәм хроник ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. Был проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын үтәүгә лә ҙур йоғонто яһай. "Сәләмәтлек поездары" составында - күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары, һаулыҡ үҙәктәре, шул иҫәптән балалар, шулай уҡ Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы. Бригадаларҙа терапевтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, неврологтар, стоматологтар, рентгенологтар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.

Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм «Сәләмәтлек поездары» медперсоналына эште яҡшы ойошторғандары һәм пациенттарға һиҙгер мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ете йыл эсендә табиптар республикала 800 меңдән ашыу кешене тикшергән, 2,5 мең тораҡ пунктты үҙ эсенә алған, уларҙың 70 проценты – алыҫ ауылдар. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин 2025 йыл өсөн 21 апрелдән 16 сентябргә тиклем уҙғарылған акцияға йомғаҡ яһаны. Был ваҡыт эсендә бригадалар 54 муниципалитеттың 356 тораҡ пунктында булған. Табиптар бөтәһе 175 мең тикшереү үткәргән, 40 меңдән ашыу пациентты тикшергән, 23 меңгә яҡын хәүефле ауырыуҙар барлыҡҡа килеү факторҙарын асыҡлаған. Кәрәк булғанда, халыҡты өҫтәмә тикшереүгә һәм госпиталгә ебәргәндәр.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» проектын артабан үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙе.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас