Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Октябрь 2025, 10:30

"Беренсе республиканың йөрәге"

Баймаҡ районының Темәс ауылында "Беренсе республиканың йөрәге" йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды.

"Беренсе республиканың йөрәге"
"Беренсе республиканың йөрәге"

Бында магазиндарҙың эргә-тирәһе ремонтлаған, сауҙа итеү өсөн айырым урындар йыһазландырылған. Шулай уҡ асфальт-бетон япманан йәйәүлеләр өсөн уңайлы юл һалынған, гирляндалар эленгән, биләмә йәшелләндерелгән.

Былтыр киңлектә балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн зона, туҡталҡа булдырылған, беседкалар, бәләкәй архитектура формалары, сүп-сар өсөн урналар ҡуйылған, ағастар ултыртылған. Билдәле булыуынса, Темәс ауылы 1919 йылда ойошторолған Башҡорт Совет Республикаһының тәүге баш ҡалаһы. Шуға ла биләмә "Беренсе республиканың йөрәге" тип атала.

Фото: gtrkrb.ru

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

 

Автор:
Читайте нас