Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы. Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә.
Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш былтырғы һымаҡ берләштерелгән форматта була, йәғни һорауҙарҙы студиялағы журналистар ҙа, йәмәғәтселек тә бирә ала.