Рәсәй бөгөн донъяла белем биреүҙе экспортлау буйынса лидерҙар иҫәбендә, ә медицина, инженер һәм гуманитар дисциплиналар буйынса уҡыу йорттары иң яҡшыларҙан һанала. Илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында донъяның 170 ил вәкилдәре уҡый.
«Wow! Russia» конкурсында ҡатнашыусылар тормоштары, белем алыуҙары, тәьҫораттары тураһында үҙ телдәрендә медиаматериалдар әҙерләп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Бәйге дүрт номинацияла уҙғарыла, уларҙың һәр береһе айырым йүнәлешкә арналған.
Ғаризаны 16 ноябргә тиклем конкурстың сайтында (russiawow.ru) йәиһә телеграмдағы чат-ботта (@wowrussiabot) ебәрергә мөмкин. Еңеүселәр 12 декабрҙә иғлан ителәсәк.
Был сара "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (нацпроект "Молодёжь и дети") сиктәрендә уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.