Был хаҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова башҡорт ҡурсаҡ театрында үткән проекттың йәмәғәт советының төбәк ултырышында белдерҙе.
2026 йылға проектта 3атнашыусылар исемлегенә Әлшәй, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Борай, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй ,анәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Учалы, Федоровка, Шишмә һәм Яңауыл райондары ингән.
Конкурсҡа Башҡортостандың 49 муниципаль берәмегенән бөтәһе 49 ғариза килгән. Ғаризаларҙа 134 мәҙәни-ял итеү учреждениеһы күрһәтелгән, шуларҙың 15 – енә ағымдағы ремонтҡа, 130-ына матди-техник базаны нығытыуға аҡса кәрәк.
йылда мәҙәниәт йорттарының матди өлөшөн яңыртыуға «Урындағы мәҙәниәт йорто» йүнәлеше буйынса 85,5 миллион һум күләмендә аҡса бирелде (шул иҫәптән: федераль бюджет — 72,9 миллион һум; республика бюджеты — 10,9 миллион һум; муниципаль бюджет — 1,7 миллион һум бирҙе). Был аҡсаға 19 муниципаль берәмек 100 мәҙәниәт учреждениеһын яңыртты.
Мәсетле, Дәүләкән, Миәкә райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы муниципалитеттарҙың үҙешмәкәр коллективтарының гастролдәрен тормошҡа ашырыу өсөн «Газель NEXT» һәм Асҡын һәм Күгәрсен райондары «Лада Ларгус» автомобилен һатып алды. Бөрйән, Бәләбәй, Әбйәлил, Саҡмағош райондары светодиодлы экрандар һатып алды һәм ҡуйҙы.
Шулай уҡ муниципалитеттар акустик системалар, яҡтылыҡ техникаһы ҡорамалдары һәм сәхнә өсөн мультимедиа комплекстары һатып алды һәм урынлаштырҙы. Проект сиктәрендә ижади коллективтар өсөн сәхнә костюмдары, театр ултырғыстары яңыртылды һ.б.
Был проекттың “Мәҙәниәт” милдли проектын тормошҡа ашырыуҙа ла әһәмиәте ҙур.