Был предприятиелар 442 миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Ярҙам ҙур сәнәғәт заказсыларының һорауы буйынса Ватан технологияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар буйынса күрһәтелде.
“Технологик компанияларға ярҙам үҙебеҙҙә барлыҡҡа килгән алымдарҙы үҫтереү, инновациялар индереү һәм баҙарға яңы продукттар сығарыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Ошо програмаллар беҙҙең предприятиеларға әһәмиәтле проекттарға тотоноу һәм төбәк иҡтисадын нығытыу өсөн шарттар тыуҙыра”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Еңеп сыҡҡан проекттарға “КЕРН-М” тишкес керноотборник, ер өҫтө нефть һәм газ разведкаһы өсөн сейсмик ҡабул иткес, линиялы двигатель ҡуйылған плунжер ҡоролмаһы инә.
Был ярҙам "Етештереү һәм автоматлаштырыу саралары" милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.