Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Ноябрь 2025, 11:00

Көйөргәҙеләр Латвияға тауар оҙатты

Көйөргәҙе районы Латвияға 1 мең тоннанан ашыу гранулалы көнбағыш шроты экспортлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Көйөргәҙеләр Латвияға тауар оҙатты
Көйөргәҙеләр Латвияға тауар оҙатты

"Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,

ведомство белгестәре ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштары өсөн 15 партия юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәһен тикшергән.

 "Россельхознадзор" ҡарамағындағы һынау лабораторияһында көнбағыш орлоҡтарын үҫемлек майына әйләндереүҙең өҫтәмә продукцияһы пробаларына энтомологик, гербологик һәм микологик тикшереү һөҙөмтәләре ҡурҡыныс карантин организмдары асыҡламаған.

 

2025 йыл башынан "Россельхознадзор" хеҙмәткәрҙәре контроллек итеүендә үҫемлек майҙары етештереү буйынса төбәктең был ҙур предприятиеһы Латвияға 55,63 мең тоннанан артыҡ үҫемлек аҙығы экспортлаған

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас