Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Ноябрь 2025, 07:45

Һыу менән тәьмин итеү яҡшырған

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли “Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль программаһына ярашлы Өфөлә Киров урамы буйынса (Ленин урамы киҫелешенән Хоҙайбирҙин урамы киҫелешенә тиклем) 810 метр оҙонлоғонда 500 мм диаметрлы һыуүткәргес ремонтланған.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һыу менән тәьмин итеү яҡшырған
Һыу менән тәьмин итеү яҡшырған

Ҡала шарттарында эш ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһының Киров районының күпселек халҡы өсөн мөһим булған “артерия” ваҡытында файҙаланыуға тапшырылған.

-Капиталь ремонт барышында ҡорос торбалар урынына заманса күп ҡатлы полиэтилен торбалар ҡулланыу һыуүткәргестең файҙаланыу ваҡытын  күпкә күбәйтер тип иҫәпләйбеҙ. Торба тишелеү кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе лә булдырмаҫ, - тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

 

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас