Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Ноябрь 2025, 12:20

Туристар ағымы артҡан

Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанға 1,6 миллиондан ашыу турист килгән. Йәғни туристар ағымы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағцыштырғанда 1,2 процентҡа  артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Туристар ағымы артҡан
Туристар ағымы артҡан

Ҡунаҡтарҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй.

Башҡортостанда 66 туроператор эшләй, улар 800-ҙән ашыу маршрут тәҡдим итә. Фәнни программалар, тау һуҡмаҡтары, йылға буйлап һалда йөҙөп төшөү һәм башҡалар. Йышыраҡ Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән һәм Татарстандан ҡунаҡтар килә.  

Шул уҡ ваҡытта эске төбәк туризмы ла үҫешә — республика халҡы тыуған төйәгендә сәйәхәт итеүгә өҫтөнлөк бирә.

Был «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектын тормошҡа ашрыуҙа ла ҙур аҙым.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас