Тейешле ҡарарға 12 декабрҙә республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, 2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы.
Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр һәм бушлай шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелә йәки аҡсалата компенсация түләнә.
Бының өсөн граждандарға муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөлә йәшәгән ғаиләләр шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға мөмкин.
Күп бала тәрбиәләгән, шулай уҡ инвалид бала ҡараған ғаиләләргә бындай ярҙам “Демография” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.