Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Февраль , 17:00

Янғын һүндереү машинаһы кәрәк

Буранғол ауыл биләмәһе халҡы быйыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, ауыл биләмәһенең бөтә ауылдарын борсоған мәсьәләне хәл итергә, биләмәгә янғын һүндереү машинаһы алырға ҡарар итте.

Янғын һүндереү машинаһы кәрәк
Янғын һүндереү машинаһы кәрәк

Ни өсөн янғын һүндереү машинаһы шул тиклем мөһим?

Һәр ауылда заманса янғын һүндереү техникаһына ихтыяждың ни тиклем киҫкен икәнлеген һәр кем аңлай.

“Янғын сыҡһа, һәр минут ҡәҙерле. Янғын һағы урынлашҡан Асҡар ауылына ара йыраҡ ҡына. Шуға ла “Үҙебеҙҙең төҙөк һәм йыһазландырылған янғын һүндереү машинаһы булһа, ғәҙәттән тыш хәл тыуһа, утты тиҙ арала һүндерергә, зыянды кәметергә һәм, бәлки, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирер. Янғын һүндереү машинаһы булһа, беҙ үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ һәм тыныс тойор инек” , тип биләмә ауылдары халҡы нәҡ ошо мәсьәләне хәл итергә булды ППМИ ярҙамында. Йыйындарҙа ҡатнашыусылар бер тауыштан ППМИ-ла ҡатнашырға һәм конкурста еңеп сығыуға бөтә тырышлыҡтарын һалып, янғын һүндереү машинаһы алыу өсөн тауыш бирҙе.

“Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, конурста ҡатнашырға һәм еңергә тигән теләк менән эш итә буранғолдар.

 

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас