Ғәҙәттә, командалар шәхси инициатива менән ойошторола, ниндәйҙер осраҡта мәктәп йә ауыл биләмәһе яҡшы башланғысты күтәреп ала. Бағымсыларҙың да сәләмәтлек һағында тороуы, йәш быуындың киләсәгенә битараф булмауы оло хуплауға лайыҡ. Уларҙың ярҙамы менән командалар экипировка менән тәьмин ителә, дөйөм команда формаһы булдырыла. Урындағы депутаттар ҙа был уйынсыларҙың, ярыштарҙың ауыл тормошо өсөн генә түгел, ә дөйөм йәмғиәт үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын бик яҡшы аңлай.
Һуңғы йылдарҙа "Металлург" һәм "Салауат Юлаев" хоккей командаларының капитандары Егор Яковлев менән Григорий Панин тарафынан беҙҙең районда Мауыҙҙы (Банное), Үләнде күлдәре өҫтөндә ойошторолоп үткәрелеп килгән Уральская классика хоккей фестивале лә йәш хоккейсыларға бик ҙур мөмкинлектәр бирә. Был уйындарҙан һуң командалар джерси, сувенирҙар, экипировка менән бүләкләнә.
Һуңғы йылдарҙа райондың бер-нисә майҙансығы (Ташбулат, Асҡар, Хәлил, Яңы Балапан, Байым, Йәнекәй, Буранғол, Ахай, Сиҙәм, Күсем һ.б.) үҙҙәрендә даими ярыштар ойоштороп, командаларҙың көс һынау үҙәгенә әүерелеп бара. Улай ғына түгел, был майҙансыҡтарҙа күрше район командалары менән дә көс һынаша. Улар ҙа үҙ сиратында, үҙҙәрендә ойошторған ярыштарға беҙҙең район командаларын саҡыра.
Йәнекәйҙәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, үҙ майҙанында 30+ хоккейсылары менән бәйге асһа, күрше Белорет районы Абҙаҡ ауылы үҙҙәренең "Абҙаҡ" хоккей командаһының 50-йыллығына (1976-2026) арнап хоккейсы дуҫтарын йыйҙы. Мауыҡтырғыс та, көсөргәнешле лә был уйын төрө һәр спорт уйындарындағы кеүек кемгәлер еңеү, кемгәлер еңелеү килтерә. Әммә һәр ҡайһыһы иң мөһим нәмәләрҙең береһен алып ҡайтып китә - ул тәжрибә, еңелеү ҙә еңеүгә табан алып барған бер тәжрибә.
Йәнекәй майҙансығында Вадим Билалов, Салауат Задин, Замир һәм Данил Хисмәтовтар,
Илшат Ҡужәхмәтов, Алгиз Шакирйәнов, Илнур Ялалов, Нияз Билалов, Нәғим Харисов, Рәмзил Мирсаев состаывндағы Ташбулат командаһы беренсе, байымдар икенсе,
Йәнекәй хоккейсылары өсөнсө урын яуланы.
Абҙаҡтағы уйындарҙа район данын яҡлаған ташбулаттар беренселекте бирмәне. Бында уйында Радмир Сөләймәнов, Ансар Ғизитдинов, Риян Абдуллин, Арслан һәм Дияз Зариповтар, Арслан Латипов, Илдар Арсланов, Таһир һәм Айтуған Билаловтар, Рамазан Моратшин, Заһир Ҡужәхмәтов, Динислам Бадалов ҡатнаштылар. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Инйәр (Белорет) һәм Абҙаҡ-2 (Белорет) командалары бүлеште.
Был уйындар ҙур ваҡиға булып тарих биттәрендә ҡалыр, ошо тарихты үҙҙәренең уйындары менән яҙған, яҙасаҡ хоккейсыларға - АФАРИН! Сөнки төрлө һөнәр эйәләре төп эштәренән тыш уйынға ваҡыт табыуы, ә төрлө ҡалаларҙа уҡыған студенттарҙың үҙ ауылының исемен күтәреү теләге менән һәр ойошторолған уйынға ашҡынып ҡайтып төшөүе баһалап бөткөһөҙ күренеш.
Ике команданың да ҡапҡа һаҡсылары — Таһир Билалов һәм Нәғим Харисов "Иң яҡшы ҡапҡасы" тигән исеменә лайыҡ булдылар.
Уйындар тамам, әммә уның шауҡымы дауамлы. Бындай спорт уйындарының икенсе әһәмиәтле яғы бар: уйындар сәләмәтлек һағында тороу менән бер рәттән, егеттәрҙең үҙҙәренә байрам кәйефе бирә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап хөрмәт күрһәтелә, элек уйнаған хоккейсыларҙы иҫкә алыу ҙа.
Яҡшы күренштәрҙең дауамлы булыуы хәйерле, алда яңы уйындар, яңы еңеүҙәр көтһөн.
Зөлфирә Ҡарағужина.