Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Март , 11:00

Юлдар яҡшыра

Быйыл Йылайыр районында Юлдыбай — Аҡъяр — Сара юлының өс километры ремонтланасаҡ. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында башҡарыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юлдар яҡшыра
Юлдар яҡшыра

Юлсылар Яманһаҙ ауылы янындағы участканы яңыртасаҡ. Улар асфальт-бетон япма һаласаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм тамғалар һаласаҡ.

"Юлдыбай – Аҡъяр — Сара юлы Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын тоташтырыусы республиканың мөһим артерияһы, унда 43 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ул шулай уҡ Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе араһында транспорт коридоры булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, юл балыҡсылар араһында популяр булған Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына алып бара. Был участкала көн һайын трафик 2,5 мең самаһы автомобиль тәшкил итә.

2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса төбәктә 185 саҡрымдан кәм булмаған юлдарҙы һәм 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас