Сергей Кравцов беҙҙең ил мәктәп сифаты буйынса донъяла тәүге унау иҫәбендә. Быны халыҡ-ара олимпиадаларҙа алтын миҙалдар һаны раҫлай. Шуныһы мөһим: 2028 йылға бөтә төп предметтар буйынса берҙәм дәүләт дәреслектәре әҙер буласаҡ. Ул тарих буйынса бар, уның буйынса 10-сы —11-се, 5-се һәм 7-се класс уҡыусылары әҙерләнә.
Осрашыуҙа шулай уҡ педагогик кадрҙар, колледждарҙа белгестәр әҙерләүгә айырым иғтибар бүленде.
- Мәғариф системаһын, дөйөм алғанда мәғариф системаһын үҫтереү стратегияһын әҙерләү өҫтөндә әүҙем эш алып барылыуын беләм. Министрлыҡ позицияһынан был эште нисек баһалайһығыҙ? – тигән һорау ҡуйҙы ил башлығы.
- Дөйөм алғанда хуплау бар, стратегия проекты әҙерләнгән дә инде, һәм яҡын арала беҙ һеҙгә раҫлауға тәҡдим итәсәкбеҙ. Шуны әйтергә теләйем: стратегияла иң мөһиме – ул беҙ башлаған база, һәм илебеҙ алдында торған саҡырыуҙарға яуап, шул иҫәптән мәғариф алдында ла, – ул яһалма интеллектты үҫтереү, миграция сәйәсәте мәсьәләһе. Әммә иң мөһиме-белем кимәлен һаҡлап ҡалыу. Беҙ һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса ошо уҡыу йылынан башлап һәр класта нимәгә өйрәтергә кәрәклеге тураһында бөтә предметтар буйынса берҙәм белем биреү йөкмәткеһен индерҙек. Уҡыусыларға йөкләмәне, өйҙәге эштәрҙе, контроль эштәрҙе нормаға килтерҙеләр һәм бөгөн һәр мәктәптә юғары кимәлдәге берҙәм федераль программалар буйынса белем алалар, — тип яуапланы был һорауға РФ мәғариф министры.