Атайсал
18 Июня , 07:15

“Атай ҡаһарманлығы” конкурсында ҡатнаш!

Башҡортостанда “Атай ҡаһарманлығы” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

“Атай ҡаһарманлығы” конкурсында ҡатнаш!“Атай ҡаһарманлығы” конкурсында ҡатнаш!
“Атай ҡаһарманлығы” конкурсында ҡатнаш!

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2026 йылдың 1 авгусына тиклем “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә VII Республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Проект “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм йәмғиәттә традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итә.

Конкурста ҡатнашыуға биш йылдан кәм булмаған ваҡыт балаларын — үҙ йәки ғаиләгә ҡабул ителгәндәрен — тәрбиәләгән һәм Башҡортостанда биш йылдан кәм булмаған ваҡыт йәшәгән ир-егеттәр ҡатнаша ала.

Конкурс төрлө өлкәләрҙә эшләгән, үҙ ҡалалары һәм райондары тормошонда ҡатнашҡан, традицияларҙы һаҡлаған һәм үҙ өлгөһө менән ғаилә өсөн ориентирҙар биргән атайҙарҙы берләштерә.

Быйыл күп балалы һәм күп ейән-ейәнсәрле атайҙар өсөн өҫтәмә номинация ҡаралған, шулай уҡ күп милләтле ғаиләләр булдырған ир-егеттәрҙең ғаризалары ҡыҙыҡлы.

Еңеүселәр “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Һүрәттә: 2023 йылда "Атай ҡаһарманлығы" миҙалына лайыҡ булған Байым ауылынан Ирек Рамаҙанов ҡатыны Ләйсән менән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас