

Һабан туйында ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар был көн иҫтәлеге итеп майҙан биләмәһендә урынлашҡан ҡунаҡ тирмәһе алдына зәңгәр шыршылар ултыртты. Был шыршы үҫентеләрен дә тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереүгә тос өлөш индергән «Салауат» компанияһы бүләк итте.
Йәш ағастарҙы ултыртыу өмәһендә БР Премьер-министры Андрей Назаров, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» компанияһы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәйев, һабантуйға ҡунаҡҡа саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр ауыл биләмәһенә инселәп ултыртылған йәш шыршылар ныҡлы тамыр ебәреп, һабантуй майҙанындағы ҡунаҡ тирмәһен йәмләр һәм, әлбиттә, күркәм тәбиғәтебеҙҙе тағы ла матурлар, йәшелләндерер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин:
– «Салауат» компанияһы вәкилдәренең райондың социаль өлкәләге төрлө проблемаларын хәл итеүгә даими булышлыҡ итеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Әле, белеүебеҙсә, Михайловка ауылында шәп спорт залы төҙөлөшөн уҡыу йылы башына өлгөртөргә тигән ниәт менән әүҙем алып баралар. Ошо компания ярҙамында күп кенә мәғариф учреждениелары баҡсаларына, балалар поликлиникаһы алдына матур-матур сәскәләр үҫентеләре, күк шыршылар ултыртылды. Миңә, мәҫәлән, һабантуй майҙанында үткән ағас ултыртыу өмәһендә ҡатнашырға насип булды. Киләсәктә беҙ ултыртҡан ағастар матур тәбиғәтебеҙгә йәм өҫтәп шаулап үҫеп китеренә иманым камил.