Атайсал
11 Сентября , 06:30

Мауыҙҙы күлендә өмә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡушыуы буйынса «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй марафоны сиктәрендә «Таҙа Яҡтыкүл» акцияһына старт алды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мауыҙҙы күлендә өмәМауыҙҙы күлендә өмә
Мауыҙҙы күлендә өмә

Был башланғыс «Экологик именлек» милли проекты (нацпроект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә мөһим эштең бер өлөшө, сөнки һыу ятҡылыҡтарының таҙалығын һаҡлау — милли проекттың төп бурыстарының береһе.

“Яҡтыкүл”де, уның тирә-яғын таҙартыу өмәһендә «Тәбиғәтте Һаҡлаусылар»отрядынан ирекмәндәр, «Яҡтыкүл» шифаханаһы, «Юбилейный», «Березки» ял йорттары, «Урал таңдары» һәм «Тау тарлауығы»туркомплекстары коллективтары әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ был изге эштән Ташбулат, Күсем руднигы һәм Михайловка мәктәптәре уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.

 Ташбулат ауыл советы биләмәһендә эшләгән “Бизнес” һәм «Башнефть-Өфө» компанияһылары ихлас ҡушылдылар экологик акцияға.

Йыйылған бөтә сүп-сарҙы “Эко-сити” компанияһы бушлай сығарып торҙо,хатта уларҙың ике хеҙмәткәре өмәселәргә булышты.

“Ҡунағыбыҙ — республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Инна Юрьевна Антонова менән бергәләп яр буйлап йөрөнөк һәм күлде таҙартыу өсөн  махсус техника-амфибияның нисек эшләүен ҡараныҡ.

“ Бөгөн беҙ ҙур эш башҡарҙыҡ. Балаларыбыҙҙы һәм ейәндәребеҙҙе үҙенең матурлығы, сафлығы менән ҡыуандырһын өсөн, әйҙәгеҙ, күлде бергәләп һаҡлайыҡ, ­ тип яҙып сыҡты район башлығы Айрат Әминев үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас