

Ағымдағы йылда йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереүҙең икенсе этабы үткәрелә. Реконструкцияның беренсе этабында биләмәне кәртәләү һәм яҡтыртыу, йәйәүлеләр юлдары эшләнә, резина япмалы балалар майҙансығы урынлаштырыла, әүһәләктәр, уйын комплексы, эскәмйәләр, парк эскәмйәһе, ағас урна ҡуйыла.
Быйыл паркта заманса яҡтыртыу ҡуйылған. Хәҙер киске йөрөү күңелле генә түгел, ә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ла уңайлы буласаҡ. Шулай уҡ балалар өсөн заманса тауҙар ҡуйылған, әле буласаҡ баскетбол майҙансығы өсөн асфальт-бетон япма һалына.
– Ғаилә менән йөрөргә, дуҫтар менән осрашырға йәки эш көнөнән һуң ял итергә мөмкин булған урындарыбыҙ арта барыуы бик ҡыуаныслы. Көндән-көн беҙҙең район матурлана, тормош өсөн уңайлыраҡ була бара, – тип билдәләне Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (нацпроект ӨИнфраструтура для жизни") маҡсаты — ауыл һәм ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
ФОТО: "Башҡортостан" гәзите сайтынан.