Үҙәк район дауаханаһының баш табибы И. Р. Килдейәров, уның урынбаҫарҙары Р. Р. Манапов һәм А. Ф. Ғаррапов Сибай медицина колледжында уҡыусы Әбйәлил студенттары менән осрашты.
Район дауаханаһы етәкселеге менән осрашыу тиҙҙән ҡулдарына диплом аласаҡ урта медицина белгестәрен эшкә урынлаштырыу, районда ниндәй вакантлы урындар барлығы менән хәбәрҙар итеү маҡсатында ойошторолдо.
— Бөгөн Сибай медицина колледжында 448 студент белем ала. Баймаҡ-сибайҙарҙан ҡала уҡыусылар һаны буйынса әбйәлилдәр өсөнсө урынды биләй һәм дөйөм студенттарыбыҙҙың 15 процентын тәшкил итә. I-IV курстарҙа Әбйәлилдән бөтәһе 62 кеше уҡый, — тине сараны асып, колледж директоры Л. Ш. Ғилмуллина.
Баш табип И. Р. Килдейәров донъялағы иң шәфҡәтле һөнәр һайлаған буласаҡ коллегаларына тәү сиратта уҡыуҙарында уңыштар теләне һәм урта звено медицина персоналдарынан бигерәк тә фельдшерҙарҙың районға эшкә ҡайтыуҙарына өмөт бағлауын белдерҙе.
— Әлеге ваҡытта районда Йәлембәт, Яйҡар ауылдарына, үҙәк дауахананың «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенә фельдшерҙар кәрәк. Таштимер, Ташбулат табип амбулаторияларына шәфҡәт туташтары талап ителә, — тине Илгиз Рәсүл улы. — Һеҙ диплом алғанға тиклем ул урындарҙы икенселәрҙең биләүе лә ихтимал. Әммә ул мәлгә башҡа урындарҙың бушауы мөмкин. Үҙебеҙҙең кадрҙарҙы ситкә ебәрмәй, районда эшкә ҡалдырыуға булышлыҡ итергә әҙербеҙ.
Дауахана вәкилдәренә студенттарҙың да һорауҙары булды. Йәштәрҙе бигерәк тә финанс мәсьәләһе ҡыҙыҡ-һындырҙы, фельдшерҙар-ҙың, шәфҡәт туташтарының хеҙмәт хаҡы тураһында һораштылар. Р. Р. Манапов фельдшерҙарға уртаса 20-22 мең һум аҡса сығыуын әйтеп, хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булмаған, яңы эш башлаусы медиктарға бындай эш хаҡы насар булмауын билдәләне.
— Төп эш хаҡынан тыш фельдшерҙарға ай һайын 3,5 мең һум өҫтәмә түләм ҡаралған. ФАП-тарға килеүсе белгестәргә «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 500 мең һум аҡса түләнә. Участка шәфҡәт туташтары 5 мең һум күләмендә айлыҡ өҫтәмә түләм ала. «Ашығыс ярҙам»да хеҙмәт хаҡы туранан-тура дежурстволар күләменә бәйле. Ғөмүмән, эш хаҡы дәүмәле үҙегеҙҙең әүҙемлектән тора, яҡшы эшләүселәргә дәртләндереү саралары ла ҡарала, — тине Рәфис Раил улы. Уҡыу йортона күскәнгә ҡәҙәр табип булып эшләгән колледж етәксеһе Л. Ғилмуллина ла хәҙерге заманда медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы лайыҡлы кимәлгә күтәре-леүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Ауыл фельдшеры» программаһына бәйле ошондайыраҡ һорауҙар яңғыраны: төрлө сәбәптәр арҡаһында 5 йыл хеҙмәт итеү срогын үтәп булмаһа нимә эшләргә, декрет ялы иҫәпкә алынамы? Был аҡсаны ниндәй маҡсатта файҙаланып була, фәҡәт торлаҡ төҙөүгәме? Баш табип контрактты боҙған осраҡта, аҡсаны кире ҡайтарыу зарурлығын иҫкәртте, шулай уҡ 5 йыл хеҙмәт ваҡыты фактик эшләү осоронан сығып иҫәпләнеүе, декрет ялы хәҙер уға инмәүе тураһында хәбәр итте, дәүләт ярҙамын теләгән маҡсатығыҙҙа тотона алаһығыҙ, тине.
Колледж директоры Лилиә Шәриф ҡыҙының да Әбйәлилдән булыуын әйтеп үтке килә. Шуға ла ул район студенттарының киләсәк яҙмышы өсөн айырыуса борсола. Осрашыу мәлендә лә йәштәрҙе әүҙем, асыҡ булырға саҡырҙы, бер һорау ҙа әйтелмәй тороп ҡалмаһын тип һәр береһен һөйләтергә тырышты. Быға тиклем Баймаҡ, Хәйбулла райондары делегациялары менән ошондай уҡ осрашыуҙар йәнле үтеүен билдәләп, бихисап йәштәрҙең үҙ райондарына эшкә ҡайтырға теләк белдереүҙәрен миҫалға ҡуйҙы һәм тиҙҙән диплом аласаҡ яҡташтарының Әбйәлил халҡының һаулығы һағында эшләүҙәрен күрергә теләүен әйтте.
Торлаҡ мәсьәләһе буйынса һорау күтәрелде. Квалификацияны үҙгәртеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Мәҫәлән, акушерға уҡыған ҡыҙ шәфҡәт туташына уҡырға теләй. Колледжда 5 айлыҡ курстар ҙа бар, ләкин уҡыу түләүле. Район дауаханаһы түләү мәсьәләһен урындағы хакимиәт менән хәл итһә, кәрәкле кадрҙар әҙерләп сығарыр инек, тине уҡыу йорто педагогтары.
Быйыл Сибай медицина колледжын 112 студент тамамлай, шуларҙың 30-ға яҡыны артабан медицина университетына һынау тотмаҡсы. Беҙҙең район студенттарына ҡарата был һандар түбәндәге нисбәттә: сығарылыш курстан 18 студенттың етәүһе ҡыҙыл дипломға дәғүә итә, өсәүһе юғары белем алырға уйлай. Был ҡыҙҙарҙың берәүһе БДМУ-ға квота булмаҫмы тип ҡыҙыҡһынды. Район табиптары үҙҙәренең компетенцияһындағы һорауҙарға яуап бирҙе, район хакимиәтенә ҡағылышлыларын яҙып алды. Сарала ҡатнашыусы район Советы депутаты, социаль-гуманитар һорауҙар һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса комиссия рәйесе Р. И. Шөғүров осрашыуҙа көн тәртибенә сығарылған мөһим мәсьәләләрҙе район Советы сессияһында күтәрергә вәғәҙә итте.