+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Март 2019, 11:59

Папиллома мәкерле сир

4 март — Бөтә донъя кеше папилломаһы вирусы менән көрәш көнө.

4 март — Бөтә донъя кеше папилломаһы вирусы менән көрәш көнө.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Ер шарында йәшәүселәрҙең 60 процентының папиллома вирусы менән зарарланыуын билдәләй. Бәғзе берәүҙәр вирусты йөрөтөүсе генә булһа, икенселәрҙә ул тире, лайлалы тышса папилломатозы формаһында үҫә һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа яман шеш ауырыуына килтерә. Вирустың киң таралыуы һәм онкосирҙәргә алып килеүе табиптарҙы һәм ғалимдарҙы борсолдормай ҡалмай. Организмды вирустан тулыһынса дауалап булмаһа ла, уның үҫешен тотҡарлаусы, яңы сөйәлдәр, папилломалар барлыҡҡа килеүҙән профилактикалаусы вакциналар бар.

Вирус нисек йоға? Әлеге ваҡытҡа вирустың 100-ҙән ашыу тибы билдәле, улар төрлө юлдар менән икенсе кешеләргә күсә. Көнкүрештә шәхси гигиенаны күҙәтмәү, таҫтамал, кейем-һалым, аяҡ кейемен уртаҡ ҡулланыу, яҡшылап йыуылмаған һауыт-һаба менән файҙаланыу, мунса, бассейн кеүек дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙа булыу, вирус йөрөтөүсе менән бәйләнеш тотоу арҡаһында йоғорға мөмкин. Вирустың айырым бер штамдары хатта ҡул биреп күрешеүҙән дә күсә, яҡын бәйләнештәр, енси мөнәсәбәт тураһында әйтергә лә түгел. Ғаиләлә вирус менән зарарланған бер кеше булһа, башҡаларҙың да уны эләктереү хәүефе ҙур. Балаларҙың сирҙе тыуған саҡта әсәһенән йоҡтороуы ихтимал. Папиллома вирусы иммун системаһы ҡаҡшағанда, гормональ фон боҙолғанда организмдың ҡаршы көрәшеү һәләте юғалған саҡта тиҙ үҫешә. Шулай уҡ стресс кисереү, арыу, дөрөҫ туҡланмау, йөклөлөк вирусҡа таралыу өсөн иң ҡулай ваҡыт.

Кеше папилломаһы вирусы ир-егеттәрҙә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа енси органдар яман шеш сиренең сәбәпсеһе булып тора. Гүзәл заттарҙа ул күпселектә аналыҡ муйыны, ир-егеттәрҙә тура эсәк яман шешенә килтерә. Сирҙе алдынан алыу өсөн ваҡытында асыҡлау зарур. Вирусҡа тикшереүсе тестар бар. Папилломалар һәм сөйәлдәрҙе хирургик юл менән ҡырҡтырыу йәки лазер менән көйҙөрөү мөмкин. Ләкин бының менән генә тынысланырға ярамай. Организмға вирус бер тапҡыр үтеп ингән икән, кеше уны ғүмер буйына йөрөтөүсе булып ҡала һәм уның аҙып китеүенән һаҡланырға — табип тәғәйенләүе буйынса вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә, ошо рәүешле иммунитетты күтәрергә тейеш.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.


Читайте нас: