+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Март 2019, 11:56

Туберкулездан нисек һаҡланырға?

Районда бөгөн туберкулез менән сирле 14 кеше иҫәптә тора, шуларҙың икәүһе — бала.

Районда бөгөн туберкулез менән сирле 14 кеше иҫәптә тора, шуларҙың икәүһе — бала.

Туберкулез таяҡсаһы тышҡы тәьҫиргә, һалҡын температураға бирешмәй торған инфекция. Ул эҫе ҡояш нуры аҫтында 30 минутта, ультрафиолеттан 2-3 минутта ғына юҡҡа сыға. Һөт продукттарында оҙаҡ һаҡланыуы мөмкин (майҙа — 10 айға, сырҙа 260 көнгә тиклем). Иң яҡшы дезинфекциялау сараһы — составында хлор булған препараттар.

Туберкулез һауа аша күсә. Тик быны сирле кеше эргә-тирәһендәге барыһын да зарарлап йөрөй тип аңларға кәрәкмәй, сиргә ҡаршы тороу организм үҙенсәлектәренә бәйле.

Туберкулез эләктермәҫ өсөн һәр кемгә түбәндәге кәңәштәрҙе үтәү ҡамасауламаҫ:

- тәнде физик яҡтан нығытырға, физкультура менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға;

- йортоғоҙҙо, эш урынын таҙа тоторға, елләтеп торорға;

- гигиена талаптарын үтәргә, кейемдәрҙе үтекләргә онотмаҫҡа;

- йоҡо режимын күҙәтергә, организмға ял бирергә;

- дөрөҫ туҡланырға, аҡһымға бай булған аҙыҡ ҡулланырға;

- тәмәке тартмаҫҡа, спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа.

Шулай ҙа күңелһеҙ хәлгә тарып, туберкулез менән ауырып китһәгеҙ, үҙ аллы дауаланып маташмағыҙ, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һалҡын алдырып сирләйем тип уйлаған, организмы хәлһеҙләнгән кешелә туберкулез булыуы ла ихтимал. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙҙы ҡулъяулыҡ менән ябыу, балаларға яҡын бармау хәйерле. Медицина маскаһы кейеп йөрөргә кәрәк.

Туберкулезды иҫкәртеү өсөн балалар һәм үҫмерҙәргә БЦЖ вакцинаһы эшләтергә, флюорография үтеп торорға кәрәк.

Ғ. КҮСӘРБАЕВ,

табип-фтизиатр.

Читайте нас: