Сирле кешегә дарыу, уколдарға ҡарағанда йылы һүҙ, иғтибарлы ҡараш мөһимерәк. Буранғол ауылы дауаханаһына килеүселәрҙе яғымлы йылмайып ҡаршылаған, һәр кемгә ихтирамлы булған фельдшер Гөлшат Йәнтүрина ла шундай фекерҙә.
— Ауырыған, сәләмәтлек ҡаҡшаған саҡта күңел былай ҙа китек була. Юҡҡа ғына «Йылы һүҙ ҙә дауа» тип әйтмәгәндәр бит. Тейешле процедураларҙан тыш, яҡшы кәйеф тә тиҙерәк шәбәйергә ярҙам итә. Шуға ла һауығыуға өмөтләнеп килгәндәрҙе иғтибар менән тыңлап, йән шифаһы булырлыҡ һүҙҙәремде йәлләмәйем, — ти ҡырҡ йыл Буранғол ауылы халҡы сәләмәтлеге һағында тороусы фельдшер.
Ул Ишҡол ҡыҙы. Бәләкәй сағынан аҡ халатлы булырға хыялланған Гөлшат 1975 йылда ауыл мәктәбенең һигеҙ класын тик «бишле»гә тамамлап, туп-тура Сибай медицина училищеһына бара һәм бер ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инә. Тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткәне өсөн уҡытыусыһы Рәшиҙә Мөхәмәтдиноваға рәхмәтле. Фельдшер дипломын алған ҡыҙҙы Өфөгә йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр. Ҡала дауаханаларының береһендә бер йыл эшләгәс, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Район дауаханаһының баш табибы Булат Усманов йәш белгесте Буранғолға йүнәлтә. Төпкөл урман төбәге Гөлшаттың күңеленә һис ятмай. Уны Булат Ғирфан улы өгөтләп, күндерә һәм фельдшерға ошонда эш башлауҙан башҡа сара ҡалмай. Ошо ауыл егете Әмин Йәнтүрин менән ғаилә ҡоралар.
Буранғол участка дауахана-һында дежур шәфҡәт туташы, 2007 йылдан фельдшер булып эшләгән Гөлшат Фазылйән ҡыҙы хәҙер райондың иң тәжрибәле медиктарының береһе. Сирек быуат Буранғол һәм Исхаҡ ауылдары халҡын дауалаған фельдшер һәр кемдең ауырыуҙарын ғына түгел, холоҡ-фиғелен дә белеп бөткән.
— Тәүҙә был ауылға бер ҙә генә өйрәнә алмаҫ кеүек, тәбиғәт шарттары ла ҡырыҫ тойолдо. Хәҙер бесәнен дә эшләйем, ҡыраулы һыуыҡ йәйҙәрҙә сәскә, емеш-йәшелсә лә үҫтерәм. Балаларым да ошонда тыуҙы. Квалификация күтәреү курстарына уҡырға ебәрһәләр, Буранғолдо һағынып, йән атып ҡайтам, — тип һөйләй Гөлшат апай.
Әйткәндәй, балалары үҫеп-етеп төрлө яҡҡа таралышҡан. Өлкән улы Айгиз ауыл хужалығы университетын тамамлап, Нижневартовск ҡалаһында энергетик булып эшләй. Ғаиләле, кәләше медик. Әминә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Исмәғил медицина университетының бишенсе курсында уҡый. Бәләкәй саҡтан һыҙыу, ағас юныу эшенә оҫта улын архитектор итеп күрергә теләй әсә. Әммә ул медицина юлын һайлай, уның да кәләше табип. Иң бәләкәйе — ҡыҙы Ғәлиә әсәһе уҡыған Сибай медицина училищеһында белем алып йөрөй. Бына шулай, медиктар династияһына юл һалыусы ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығына был бәхетле мәлдәрҙе күрергә яҙмай. Гөлшат апай яҙмыш аяуһыҙлығына һынмай, балаларын белемле итеүгә күп көс һала. Шөкөр, ғәзиздәре яҡын кешеләрен тик уңыштары менән ҡыуандыра, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй.
Оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн беренсе категориялы фельдшер район, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән билдәләнгән. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ. Һәр кемгә ихлас, ипле фельдшер-киленде ауыл халҡы ла күптән үҙ иткән.
— Уларҙың яҡты йөҙҙәре, рәхмәт һүҙҙәре эшемә иң юғары баһа, — тине Гөлшат Фазылйән ҡыҙы. — Миһырбанлы, изге һөнәр һайлауыма һис үкенмәйем. Саҡырһалар, төндәрен дә барам. Түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙың да хәлен даими белешеп торам. Диспансеризацияны ла ауылдаштарым бик әүҙем үтә.
Тынғыһыҙ эшенән бушаған арала уңған хужабикә өйөндә шау сәскәгә күмелгән гөлдәрен тәрбиәләргә, мал-тыуарын ҡарарға, тәмле аш-һыу әҙерләргә, ҡул эштәренә лә өлгөрә. Тырыштар ауыл ерендә лә бөтә уңайлыҡтар булдырып, матур итеп йәшәй белә. Донъяһын ялт итеп тотҡан, күркәм йортонда яҡты ҡот булдырған Гөлшат апайҙың да бөтмөрлөгөнә, оҫталығына һоҡланырлыҡ.