+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Май 2019, 12:05

Һаулыҡ һаҡлау министры килде

БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы М. В. Забелин район хакимиәтендә халыҡты ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы М. В. Забелин район хакимиәтендә халыҡты ҡабул итте. Уның менән бергә район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе П. Н. Зырянов, медицина страховкаһы фонды директорының беренсе урынбаҫары Ю. З. Ғәлийәнов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы И. Р. Килдейәров булды.

Тәүге булып министрға район Советы рәйесе Ишморат Әминев менән уның урынбаҫары Ҡотдос Ғәзизов килде. Улар депутаттар исеменән мөрәжәғәт итеп, район үҙәк дауаханаһының паллиатив бүлексәһе иҫәпләнгән хосписҡа үҙаллы дауалау учреждениеһы статусын биреп булмаҫмы тип ҡыҙыҡһынды.

— Ул саҡта Ишмырҙа Һиҙиәтов исемен йөрөткән хоспис райондың ғына түгел, бөтә республиканың ауыр хәлдәге сирлеләренә ярҙам күрһәтә алыр ине. Башҡортостанда бүтән бындай дауалау учреждениелары юҡ, — тине Ишморат Шамил улы.

— Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хосписты финанслау мөмкинлеге юҡ, тик паллиатив бүлексә булараҡ ҡына аҡса бүленә. Әгәр айырым статус юллаһағыҙ, мәрхәмәтлек фондтары аша ғына финанслау мөмкин буласаҡ, — тип аңлатты Максим Васильевич.

Депутаттар хоспистың иҫке торошта булыуын һөйләп, уны ремонтлау кәрәклеген билдәләне. Быға министр ыңғай ҡарап, тәҡдимдәрегеҙҙе әҙерләгеҙ, капиталь ремонт эшләрбеҙ тине.

Үҙәк дауахананың стационары менән поликлиника араһында йылы коридор төҙөү, флюорографик аппаратты яңыртыу буйынса терапевт Н. С. Ғаррапова мөрәжәғәт итте. Нәйлә Салауат ҡыҙы йөрәкте тикшереү өсөн УЗИ аппараты кәрәклеге, онкосирлеләрҙе Магнитогорск онкология үҙәгендә дауалау, табиптарҙың документация эшен кәметеү кеүек һорауҙарҙы ла күтәрҙе. М. Забелин яңы флюорографик аппарат планға ярашлы буласаҡ тине. Ә бына яман шеш менән сирлеләр Белорет, Сибай, Өфөлә дауаланырға тейеш, Магнитогорск икенсе субъект булыу сәбәпле, маршрутизация мөмкин түгел.

Яңы Балапандан Ғамир Рәхимов ауылдағы медпункт уҙған быуат башында төҙөлгән иҫке өйҙә урынлашыуын һөйләп, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡасан булыр икән тип һораны.

— Республикала бөтәһе 2300 ФАП иҫәпләнә, уларҙың меңенә ремонт талап ителә, 600-ө ныҡ иҫке торошта. Яңыны төҙөү өсөн 5 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк, шулай ҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын заманса талаптарға тура килтереү эше бара. Иң тәүҙә айырыуса насар булғандарға иғтибар бирелә, — тине Максим Васильевич. — Яңы Балапан ауылында ФАП төҙөү 2020 йылдың планына индерелгән.

Район Советы депутаты Айрат Әминев йөрәк сирлеләрҙе Магнитогорск ҡалаһындағы медицина учреждениеларында дауалау, улар менән хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Республика халҡы үҙебеҙҙә дауаланырға тейеш, шул арҡала урындағы дауаханалар әллә күпме финансты юғалта тигән яуап яңғыраны. Ҡужандан Клара Абдуллина ла хосписты ремонтлау буйынса килде. Салауаттан Рафиҡ Шәйәхмәтов Таштимер биләмәһендәге ФАП-тарҙы медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү, һуңғыһына яңы стоматология аппараты алыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Министр республикала махсус программа ҡабул ителеүе һәм уның ярҙамы менән өс йыл эсендә стоматология аппараттары яңыртыласағын белдерҙе.

Медик-социаль экспертиза үтеү, республика дауаханаларына йүнәлтмә алыу, медицина университетына квота юллау буйынса килеүселәр булды. Федераль ташламалар буйынса дарыуҙар менән тәьмин итеү, диагнозды дөрөҫләү, инвалидлыҡ төркөмөн билдәләү, операцияға сиратҡа ҡуйыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Максим Забелин бөтәһе 27 кешене ҡабул итте, һәр береһен иғтибар менән тыңланы. Мөрәжәғәттәрҙең ҡайһылары урында уҡ хәл ителде, бәғзеләре яҙып алынды.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: