+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Июнь 2019, 12:18

Тупаҡта ФАП асылды

Тупаҡ ауылында өр-яңы, заманса, модулле ФАП үҙ ишектәрен асты.

Тупаҡ халҡы ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Ауылда өр-яңы, заманса, модулле ФАП үҙ ишектәрен асты. Бында йәшәүселәр медпунктлы булыуҙы оҙаҡ көттө. Йылы, яҡты бинала дауаланыуға ни етә!? ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кеше — 33 йыл тупаҡтарҙың сәләмәтлеге һағында тороусы фельдшер Әнүзә Хөббөтдиновалыр, моғайын. Уның ҡарамағында меңдән ашыу кеше, шуларҙың 226-һы балалар, ололар — 98 кеше, 47 инвалид. Бер йәшкә тиклемге 10 сабый бар.

— Ауылда балалар һаны артҡандан-арта, йылына уртаса 10-12 бала тыуа. Уларға патронаж яһарға, шулай уҡ түшәктә ятҡандарҙы өйҙәренә барып ҡарарға һис ҡыйынһынмайым. Быға тиклем тупаҡтарҙы Таштимер дауаханаһында ҡабул иттем. Хәҙер бынауындай күркәм, иркен медпунктта рәхәтләнеп эшләргә мөмкин, — тине Әнүзә Сағыл ҡыҙы. — ФАП төҙөүҙә ярҙамы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт.

Тантанаға район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы И. Р. Килдейәров, Белорет медицина округы етәксеһе Е. В. Кустов килде. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы, «Дуҫлыҡ» бейеү ансамбле, ауылдың һәүәҫкәрҙәре концерт номерҙары бағышланы. Тупаҡ халҡын тәбрикләү өсөн тәүге һүҙ район башлығына бирелде.

— Тупаҡта тормош гөрләп тора. Уҙған аҙнала балалар өсөн уйын майҙансығы файҙаланыуға тапшырылыуы ҡыуаныслы булһа, әле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Ул ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, медпунктҡа тик профилактика маҡсатында ғына йөрөргә яҙһын, — тине Илдар Таһир улы.

Тупаҡ халҡын баш табиб Илгиз Рәсүл улы ҡотлап, шатлыҡтарын уртаҡлашты. Өс тиҫтә йылдан ашыу тупаҡтарҙы дауалаған фельдшер Ә. Хөббөтдиноваға эшендә уңыштар теләне.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткергән Евгений Кустов республикала быйыл 9 модулле ФАП асылыуын, шуларҙың береһе беҙҙең районда төҙөлөүен билдәләне. Тағы 15 ФАП республика ҡаҙнаһынан, 4 медпукт федераль бюджеттан финансланасаҡ тине.

Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы В. С. Абсаҙыева ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан тупаҡтарҙы ихлас ҡотланы. Айырым йылылыҡ менән Әнүзә Сағыл ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

— Кеше тыуғандан алып ғүмере аҙағынаса аҡ халатлылар ярҙамына мохтаж. Изге мөнәсәбәтегеҙ, иғтибарығыҙ, йылы һүҙҙәрегеҙ менән дауалайһығыҙ, сирлеләргә көс, дәрт бирәһегеҙ, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы. Һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Ә. Хөббөтдиноваға Почет грамотаһы менән бүләк тапшырҙы.

Ауыл халҡы ла тантанаға буш ҡул менән килмәгән. Педагогик хеҙмәт ветераны Таңсулпан Мәғәфүрова, әүҙем йәмәғәтсе Гөлсөм Хәйҙәрова һ.б. яңы медпунктҡа бүләктәр бирҙе, фельдшерҙарына изге теләктәр юлланы. Улар күптән көткән ФАП төҙөгән район, республика етәкселегенә рәхмәт яуҙырҙы.

Ал таҫманы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар, ауыл халҡы өр-яңы медпунктҡа инеп, иркен, уңайлы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: