+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2019, 12:43

Берҙәм һәм татыу коллектив

Үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһендә татыу, берҙәм коллектив эшләй.

Үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһендә татыу, берҙәм коллектив эшләй. Бүлексә мөдире И. З. Дәүләтшин, хирургтар М. Ю. Воротников, К. Ш. Ҡасҡынбаев айырыуса ҡатмарлыларынан тыш, бөтә төр операциялар яһай. Ашығыс, юл фажиғәләренә эләккән, бәхетһеҙ осраҡтарға тарыған саҡтарҙа хирургтар көн-төн тимәй, кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Айырыуса ауыр осраҡтарҙа Өфө, Белорет дауаханаларына ебәрәләр йәки республика клиник дауаханаһынан белгестәр саҡыралар.

2006 йылда Асҡар дауаханаһында хирург булып эш башлаған Ирназар Зөлфәр улын 2014 йылда хирургия бүлексәһенә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Бындағы тығыҙ эше араһында паллиатив бүлексәлә ауырыуҙарҙы ҡарарға өлгөрә.

— Ҡул аҫтымда эшләгәндәрҙең барыһы ла үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәй, улар хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин, — ти И. Дәүләтшин. — Күпселек бөтә ғүмерен ошонда намыҫлы эшләгән. Шуға бергәләшеп ауыр операциялар үткәргән, аяҡ-ҡулдары һынған, имгәнгән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ.

Ысынлап та, хирургия бүлексәһендә бөтә хеҙмәт юлын үткәндәр бихисап. Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләгән юғары категориялы шәфҡәт туташтары Эльмира Әминева, Лилиә Фәйзуллина, Земфира Солтанова, Зөбәржәт Оморҙаҡова, Флүзә Хисмәтова, Әнисә Мәхмүтова, Флорида Ғәбитова, Динә Мөхәмәтова, өлкән шәфҡәт туташы Айгөл Мохтарова — хирургия бүлексәһенең ғорурлығы. 40 йыл бүлексәне хужалыҡ кәрәк-яраҡтары менән тәьмин иткән Зөлхизә Хәсәнованың эшенә һүҙ тейгеһеҙ. Бөтә ғүмерен медицинаға бағышлаған, дүрт тиҫтә йыл шәфҡәт туташы булып эшләп, быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлсирә Шаһивәлиеваны хөрмәт менән телгә алдылар.

Дауахананың иң ауыр бүлексәләренең береһе булған хирургияла эш еңелдән түгел. Төрлө хәлдә, айырыуса төнөн ашығыс рәүештә килтерелгән ауырыуҙарға тиҙ арала дөрөҫ тәү медицина ярҙамы күрһәтеү күп көс, аҡыл, һалҡын ҡанлылыҡ, зиһен яҡтылығы талап итә. Тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәрен тиҙ генә ҡулға ала белгән, баҙап ҡалмаған аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлап, эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ теләге килә. Һеҙҙең алтын ҡулдарығыҙ ярҙамында һауыҡҡан кешеләр рәхмәтле булһын.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: