+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2019, 11:03

Һәр йөрәккә ныҡлы иғтибар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республика 16,4 миллиард һум аҡса ала.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республика 16,4 миллиард һум аҡса ала. Ул тәүге ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү (бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә), сирҙәрҙе иртә асыҡлауға, онкологияға ҡаршы көрәшкә, балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларын реконструкциялауға йүнәлтеләсәк.
Быйыл 18 поликлиника һәм дауаханаға капиталь ремонт була, 22 ФАП төҙөкләндерелә, күсмә медицина комплекстары һатып алына.
Медицина кадрҙары әҙерләү ҙә көнүҙәк. Был мәсьәләне хәл итеүгә 216 миллион һум бүленә.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын һәм яман шеште иҫкәртеүгә 7 миллиард һум тотоноу күҙаллана. Ҡан тамырҙары ауырыуҙары, йөрәк сиренән яфаланыусыларҙы дауалаған учреждениеларҙы заманса ҡорамалдар, ангиографик ҡоролмалар ҡуйыу ҡаралған. Был инфаркт һәм инсульт кисереүселәрҙе аяҡҡа баҫтырырға ныҡлы нигеҙ буласаҡ.
Өфөләге онкоүҙәктең хирургия комплексын төҙөү тамамлана. Бынан тыш райондарҙа онкосирлеләргә амбулатор ярҙам күрһәтеү буйынса үҙәктәр булдырыу ҡаралған. Яман шештән яфаланыусыларға Өфөгә тиклем алыҫ юл үтергә тура килмәйәсәк. Беҙҙең райондыҡылар Белоретҡа мөрәжәғәт итә аласаҡ.
Читайте нас: