+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2019, 12:57

Табиптың ҡулы ла, һүҙе лә шифа...

Терапевт Регина Иҫәнбулатова ла уға төбәп килеүсе һәр кемгә дауаһын да, йылы һүҙен дә йәлләмәй.

15 июндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Аҡ халатлыларға һәр кемдең төп байлығы — һаулығы һәм ғүмерен һаҡлау өсөн оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәр эйәләре кешегә иң ауыр саҡтарҙа ярҙамға ашыға, уны һауыҡтырыу, аяҡҡа баҫтырыу өсөн көс һала. Терапевт Регина Иҫәнбулатова ла уға төбәп килеүсе һәр кемгә дауаһын да, йылы һүҙен дә йәлләмәй.

Бала саҡта табип булырға хыялланмағандар юҡтыр ул. Үҙеңде аҡ халатлы шәфҡәт туташы йәки табип итеп күҙ алдына килтерәһең, йәнһеҙ ҡурсаҡтарға йән өрөп, аяҡ-ҡулдарын бинтҡа сырмайһың. Регина ла бәләкәй сағында тап шулай уйнарға яратҡан. Хатта йомшаҡ уйынсыҡтарға укол ҡаҙай торғас, пенициллин еҫе сығып китә торғайны, ти. Хыял хыял менән, һигеҙенсе класта уҡығанында ҡыҙ табип булам тигән аныҡ маҡсат ҡуя. Атаһының һин табип буласаҡһың тигән һүҙе лә ҡанатландыра. Атаһы Сәрүәр Әнүәр улы юридик белемле, әсәһе Мәрйәм Ғаззали ҡыҙы бухгалтер булһа ла ҡыҙҙарын тик медицина юлынан китергә өгөтләй. Ғаилә башлығы хәрби кеше булғас, Сафиуллиндар тәүҙә Баймаҡта, унан Мәскәүҙә, артабан Ишембайҙа йәшәй. Тыуған яҡтары Әбйәлилгә ҡайтып төпләнгәс, Регина 4-се кластан Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡый. Ун берҙе тик яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ үҙ көсө менән Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. 2011 йылда дипломлы йәш белгес Өфөнөң 46-сы поликлиникаһында терапевт булып эш башлай.

2015 йылда Регина Сәрүәр ҡыҙын үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына участка терапевты итеп алалар. Ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш табип программа буйынса бер миллион һум аҡса ала, ер участкаһы ла бирелә. Район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә ике ҡатлы матур йортло була.

Эшенә яуаплы ҡараған, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән табипты тәжрибәһеҙ тип тормай дауахана етәкселеге. Поликлиниканан тыш, стационар дауахананың терапия бүлексәһендә ауырыуҙарҙы ла ҡарарға өлгөрә. Тырышлығы эҙһеҙ ҡалмай, 2016 йылда ул Байым участка дауаханаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Унда стационар һәм амбулатория бүлексәләрен алып бара. 2018 йылда Асҡар менән Байым дауаханаларына хоспис өҫтәлә. Ара алыҫ тип тормай, Регина Сәрүәр ҡыҙы һәр урынға бара, уны дүрт күҙ менән көтөп торған пациенттарын ҡабул итә. 2019 йылдың ғинуарынан ул паллиатив бүлексә мөдире вазифаһын башҡара.

— Хосписта тотҡарланып китһәм, бындағы ауырыуҙарым сабыр ғына көтә. Бер ҡасан да һуҡранып, оҙаҡлай тип зарланмайҙар. Шуға уларға аңлағандары өсөн бик рәхмәтлемен. Ике урында эшләгәс, көнөнә 45-кә яҡын сирлене ҡабул иткән саҡтар була, — ти Регина Сәрүәр ҡыҙы. — Мин быға һис ҡыйынһынмайым, киреһенсә, сирлеләргә ярҙам итеүҙән йыуаныс табам, һөнәремдең кәрәкле, изге булыуынан күңелем үҫә.

— Паллиатив бүлексәлә ҡаты сирҙәргә дусар булғандар дауалана, эшегеҙ сабырлыҡ, түҙемлек талап итә, ауыр түгелме? — тием.

— Тәүҙә ауырыраҡ булды, әлбиттә. Әммә мин ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡала торған кеше түгелмен. Яман шеш буйынса табип булмаһам да, үҙ аллы күп уҡыйым, мәғлүмәт туплайым. Сирлеләрҙең хәлен еңеләйтеү, уларға саҡ ҡына булһа ла өмөт ҡуҙы биреү — хоспис коллективының тәү бурысы.

Терапевт булараҡ иһә уның өсөн иң мөһиме, пациенттың ышанысын яулау. Әгәр кеше табипҡа, ул билдәләгән дауаға ышанмай икән, әллә ниндәй ҡиммәтле дарыуҙарҙың да файҙаһы булмаясаҡ ти.

— Һәр кемдең үҙ холҡо, кәйефе. Көйәләнеп, асыуланып килгәндәр менән дә яғымлы булырға тырышам. Минең иғтибарым, йылы һүҙемдән улар ҙа асыла, борсоу-хәүефтәре менән уртаҡлаша. Шунан дауаланыу курсын тулыһынса үтәп, йүнәлгәс, билдәләгән дарыуҙарығыҙ килеште тип рәхмәт әйтеүселәр күп. Ҡайһы саҡта, укол-дарыуҙан бигерәк йылы һүҙ ҙә дауалай бит. Хатта, бошоноп ултырғандарҙың арҡаһынан һөйөп ҡуйыу ҙа уларға көс, дәрт өҫтәй, — ти терапевт.

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, сирҙе иҫкәртеү яҡшыраҡ булыуын аңлата табип пациенттарына. Уның күрһәтмәләрен үтәп, профилактика маҡсатында ғына күренеп торғандар бихисап. Был Р. Иҫәнбулатованың үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемгә иғтибарлы булыуына, уларҙы дауалағандан һуң да эҙмә-эҙлекле эш алып барыуына бәйле.

Бынан тыш, ул медицина тикшереүе буйынса табип комиссияһы рәйесе лә. Өлгөр ҡыҙ уҙған йылда профпатологҡа ла уҡып сыҡҡан. Көсөргәнешле эш көнөнән һуң Регина Сәрүәр ҡыҙы башҡорт халыҡ көйҙәрен тыңларға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Ҡыҙы Арина тормошоноң йәме, быйыл уҡырға барасаҡ.

— Хеҙмәт юлымды медицина менән бәйләгәнемә һис үкенмәйем. Хатта үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргән ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Киләсәккә пландарым — үҙ өҫтөмдә эшләргә, камиллашырға һәм яуланғандар менән туҡтап ҡалмаҫҡа.

Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан Регина Сәрүәр ҡыҙы коллективта абруй ҡаҙанған, ихтирамға лайыҡ табип. Уға Гиппократ антына оҙаҡ йылдар тоғро ҡалып, әлегеләй бөтә белемен, көсөн һалып эшләргә һәм алдына ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға яҙһын.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: