-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Июль 2019, 11:00

Владимир Путин данлыҡлы хирургты бүләкләне

Рәсәй Президенты Мәскәүҙең Ашығыс балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты президенты Леонид Рошалде Александр Невский ордены менән бүләкләне.

Рәсәй Президенты Мәскәүҙең Ашығыс балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты президенты Леонид Рошалде Александр Невский ордены менән бүләкләне.
“Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Леонид Михайлович Рошалде Александр Невский ордены менән наградларға”, – тиелә указда.
250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм ете китап авторы, Президент ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперты, билдәле хирург бик күп наградаға лайыҡ. Ул бөтә донъя буйынса ер тетрәүҙән ҡазаланған балаларға ярҙам күрһәтеүе, 2002 йылда Дубровкала, 2004 йылда Бесланда террорлыҡ акттары ваҡытында һөжүм ҡылыусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыуы менән дә билдәле.
Билдәле булыуынса, Леонид Рошаль республикабыҙ яҙмышына ла битараф түгел. Ул күптән түгел Өфөлә уҙған ҙур сараларҙа ҡатнашты.

Читайте нас: