+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Июль 2019, 16:41

Ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә районға Белорет һәм Сибай ҡалалары Сәләмәтлек үҙәктәренән күсмә автопоезд, флюорограф килде. Был сара республикала ауыл халҡының медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген киңәйтеү маҡсатында үткәрелә. Сәләмәтлек автопоезды иң башта Байым ауылында туҡталды. Бөгөн ул Таштимергә килде.
Ауыл өҫтөндә дауаханаға бармайынса белгестәрҙән консультация алырға, медицина тикшеренеүе үтергә була. Был мөмкинлектән файҙаланмай ҡалмағыҙ! Автопоезд 12 июль Таштимерҙән ҡуҙғалып, 13–17 июль – Красная Башкирия, 18–20 июль – Асҡар, 21–25 июль Амангилде халҡы мәнфәғәтендә эшләйәсәк.

Г. КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: