+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Июль 2019, 11:58

Медиктарға мохтажлыҡ бар

Һәр аҙнаның кесаҙнаһында 10 сәғәттә, муниципаль район хакимиәтендә медицина вуздарын тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар менән осрашыу үткәрелә.

Һәр аҙнаның кесаҙнаһында 10 сәғәттә, муниципаль район хакимиәтендә медицина вуздарын тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар менән осрашыу үткәрелә. Был уларҙы райондағы медицина учреждениеларына эшкә урынлаштырыу маҡсатында башҡарыла. Һаулыҡ һағында эшләргә теләүселәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ер участкалары бүлеү буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәк. Ҡабул итеүҙе район башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Раян Баян улы Фәттәхов (телефондар: 2-04-14, 8-905-002-64-07) һәм Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Рәсүл улы Килдейәров (2-10-11, 8-963-236-77-53) уҙғара.

Бөгөнгө көндә түбәндәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында вакансиялар бар.

Байым участка дауаханаһы:

- педиатр;

- терапевт;

- стоматолог.

Ташбулат табип амбулаторияһы:

- педиатр.

Буранғол дөйөм табип практикаһы бүлексәһе:

- дөйөм практика табибы;

- педиатр.

Красная Башкирия табип амбулаторияһы:

- педиатр.

Асҡар үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы:

- педиатр;

- оториноларинголог;

- акушер-гинеколог;

- рентгенолог;

- инфекционист.

Асҡар үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә табип-хирург талап ителә.
Читайте нас: