Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән берлектә эшләнгән закон проектын раҫланы. Документҡа ярашлы, «Ашығыс ярҙам» автомобиленә саҡырылған урынға барып етеүгә ҡамасау иткән граждандарға енәйәти яуаплылыҡ ҡараласаҡ. Мәҫәлән, медицина хеҙмәткәрҙәрен ярҙам талап ителгән йортҡа үтеүгә ҡаршылыҡ булдырып, машинағыҙҙы ҡуяһығыҙ, ә кәрәкле ярҙамды көтөп ала алмаған ауырыуҙың үлеме осрағында ғәйепле кеше 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Әгәр кеше һаулығына етди зыян килһә, ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, 80 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Сирлегә зыян килмәгән осраҡта ла, медиктарҙың эшмәкәрлегенә кәртә ҡуйыусыға 4 – 5 мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Фельдшерҙың үҙенә һөжүм иткән, янаған әҙәмдәр ҙә язаһыҙ ҡалмаясаҡ: уларҙы 5 йылға тиклем рәшәткә артына ултыртырға уйлайҙар. Бының менән бергә махсус сигналы булған башҡа ашығыс хеҙмәттәр машиналарын үткәрмәүселәргә лә штрафтар арта.