Уҙған кесаҙнала бындай мөмкинлек буранғолдарға бирелде. Беҙ барғанда нигеҙҙә оло йәштәге апай-инәйҙәр автопоезд янына сиратҡа баҫҡан ине.
— Флюорография үттек. Әле бына ЭКГ үтергә сиратта торабыҙ. Дауаханала невролог ҡабул итә, артабан уға инәбеҙ. Нишләп беҙгә терапевт, окулист ебәрмәгәндәр икән? — тигән һорауҙар менән ҡаршыланылар.
— Ҡабул итеүгә ингәндәр нигеҙҙә ҡан баҫымы юғары булыуына, быуындары һыҙ-лауға зарлана. Башҡа табиптар булмағас, уларҙың ҡан баҫымын үлсәп, кәрәкле дарыуҙар яҙам, — тине табип Тәнзилә Айытбаева.
—Халыҡҡа яңылыш аңлатма биргәндәр: был сара сиктәрендә табиптарҙың ҡабул итеүе ҡаралмаған. Флюорограф — флюорография, автопоезд ЭКГ үткәрә. Шулай уҡ маммограф булырға тейеш, тик ул килмәгән. Әгәр инде ошо ЭКГ, флюорография, маммография тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса кешелә норманан тайпылыштар асыҡланһа, уны беҙ район дауаханаһына өҫтәмә тикшеренеү үтеүгә саҡыртып алабыҙ, — тине район поликлинаһы мөдире Артур Ғаррапов. — Халыҡ ошоно аңлап ҡабул итһен.