+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2019, 11:04

Ауыл фельдшеры

Халыҡҡа хеҙмәт итеүемдән ризамын, - ти Аһылай ауылы фельдшеры Илдар Яҡупов.

Ауылда фельдшер иң мөһим кешеләрҙең береһе ул. Кем дә булһа медпункт ишеген асып инмәгән көн юҡ. Уйламағанда ауырып китеүең ихтимал, табип яҙған уколдарҙы һалдыртаһы бар, ҡан баҫымын да фельдшерҙан үлсәтеү ышаныслыраҡ. Бәпес көтөүсе ҡатындар, йәш сабыйҙары булғандар ҙа даими рәүештә ФАП-ҡа килеп, күҙәтелеп тора. Ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында ҡатын-ҡыҙҙар эшләүенә шул тиклем күнек-кәнбеҙ, хатта был хеҙмәттә ир-егеттәрҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ә бар бит ул көслө заттар араһында ла бынамын тигән фельдшерҙар! Шуларҙың береһе — Аһылай ФАП-ы мөдире Илдар Яҡупов.

Илдар Нурислам улы Белорет районы Ҡағы ауылында донъяға килгән, бала сағында ғаилә менән Гусевҡа күскәндәр. Мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәрҙе ул ныҡлы ҡарарға килеп, үҙ ирке менән һайлаған һәм тормош юлында, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, һәр саҡ уға тоғро ҡалған.

Хыялы мәктәп тамамлаған егетте Белорет медицина училищеһына алып килә. 1987 йылда ҡулына диплом алғас, һалдат бурысын үтәргә китә. Әрме хеҙмәтен диңгеҙ флотында фельдшер вазифаһында үтә.

Ҡайтҡас, юлы туп-тура ауылдағы фельдшерлыҡ пунктына илтмәй әле уны. Илдар Яҡупов ер-һыу күреү, ир-егет өсөн лайыҡлы эш хаҡы алыу маҡсатында алыҫ Себергә юллана. Эшселәрҙең сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә. Ғаиләле булғас та, оҙаҡ йылдар вахта юлы менән эшләүен дауам итә. 2016 йылда ғына ултыраҡ тормошҡа ҡайтырға, ғаиләһенән бүтән оҙайлы ваҡытҡа айырылмаҫҡа ҡарар ҡыла.

Әйткәндәй, ул 1997 йылдан ғаиләһе менән Байым ауылында йәшәй. Ҡатыны Фәниә Марс ҡыҙы ла медицина хеҙмәткәре — Байым участка дауаханаһында шәфҡәт туташы. Илдар Нурислам улы бер йыл Байым участка дауаханаһы мөдире булып эшләй. 2017 йылдың ноябренән Аһылай ФАП-ына күсерелә.

Көн һайын бер яҡҡа ғына 25 саҡрым юл үтеп, Байымдан йөрөп эшләй ул. Был осраҡта алай ҙа фельдшер ир кеше тип һөйөнәһең. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар өсөн юл йөрөү, транспорт мәсьәләһе ҡыйынлыҡ-тар тыуҙырыр ине. Юлаусыларҙың юлы һирәк төшкән төпкөл ауылға ыңғай машина тотоуы ла еңел түгел. Ә Илдар Яҡупов өсөн был мәсьәлә юҡ иҫәбендә. Тәүлекләп юлда йөрөргә күнеккән кисәге вахтовик өсөн көнөнә 50 саҡрым үтеүе шаймы ни?! Шәхси транспорты ла бар. Эшкә машинала, мотоциклда йөрөй.

Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Илдар Нурислам улы йәш сағынан мотоциклдарға ғашиҡ. Әле эйәрләгән «тимер аты» бер ат хаҡына ғына торошло түгел. Ҡомарлы байкер «Ямаха»һы менән былтыр Волгоградҡа тиклем барып ҡайтҡан. Ғүмерлек хоббиһы эшендә лә ҡулланылыш таба. Көн-төн тип тормай, иң шәп тиҙлектә ауырыуҙар янына елдерә.

— Әле яңыраҡ ҡына бер уҙаман циркулгә ҡулын йәрәхәтләне. Тиҙ арала барып етеп, беренсе ярҙам күрһәттем, — ти Гиппократ антына тоғро хеҙмәткәр.

— Ауылда фельшер булып эшләү элекке эш урындарығыҙҙан айырыламы? — тип һорамайынса булдырманым.

— Әлбиттә, эшсе категория менән эшләүе еңелерәк. Вахтаға сирле кешеләр алынмай. Эшкә медицина тикшереүе үтеп киләләр. Миңә уларҙың сәнәғәт йәрәхәт-тәре алыуына юл ҡуймаҫ, производствола хәүефле хәлдәр булмаһын өсөн контроль тикшереүҙәр үткәреү менән шөғөлләнергә тура килде. Ара-тирә ауырып китеүселәргә дауалау курстары тәғәйенләй торғайным, — ти Илдар Нурислам улы. — Ә ФАП мөдире булыу бөтә ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында айырыуса уяулыҡ талап итә. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай: кинәт ауырып китеүселәр, ҡазаға тарыусылар бар. Фәҡәт фельдшерға күҙ төбәп торалар. «Ашығыс ярҙам» килеп еткәнгә тиклем беренсе ярҙам күрһәтергә йәки үҙемә район үҙәгенә алып китергә тура килә. Бынан тыш план буйынса күҙәтеүҙәр алып барам, патронаждарға йөрөйөм. Шулай ҙа зарланмайым, халыҡҡа хеҙмәт итеүемдән ризамын.

И. Н. Яҡуповтың намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Медицина хеҙмәт-кәрҙәре көнө айҡанлы үткән тантанала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: