+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Август 2019, 19:42

Бәлә беҙҙең арала

ВИЧ эпидемияһы беҙҙән ҡайҙалыр йыраҡта — сит ҡитғаларҙа, ҙур мегаполистарҙа, икенсе ҡәүем кешеләре араһында түгел, яныбыҙҙа ғына хәүеф менән янай.

Үкенескә күрә, йылдан-йыл иммун дефициты вирусы менән зарарланыусы кешеләр беҙҙең арала ла күбәйә бара. Үҙәк район дауаханаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса бөгөн район буйынса ВИЧ-инфекциялы 146 кеше диспансер иҫәптә тора. Тағы ла ҡан анализы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән, диагнозы раҫланмаған 168 кеше даими күҙәтеү аҫтына алынған, улар араһында 10 бала ла бар. Өс балаға ВИЧ диагнозы ҡуйылған, уларҙың икәүһе перенаталь юл менән сирҙе ауырыу әсәһенән йоҡторһа, 15 йәшлек ҡыҙ енси юл аша дусар булған. Ауырыуҙарҙың иң күп өлөшө урта йәштәге кешеләргә — 30-45 йәшлектәргә тура килә. 2019 йылда ВИЧ йөрөтөүсе 35 кеше асыҡланған, бер ҡатын әсә булырға йыйына, иҫәптә тороу-сыларҙың 7-һе вафат булған, уларҙың дүртәүһенең үлем сәбәбе нәҡ ошо сиргә бәйле.

Был һандарҙы уҡығанда уҡ тән йыйырылып, нисектер шомло булып китә. Ә бит был асыҡланған осраҡтарҙан тыш ысынбарлыҡтағы статистика күпкә юғары булыу ихтимал.

— Ихтимал ғына түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай тип күҙаллайбыҙ, — ти баш табип урынбаҫары, табип-инфекционист Гөлфиә Хәлилова. — Сөнки вирусҡа тикшерелеүселәр нисбәте бик бәләкәй. Аңлы рәүештә ВИЧ-ҡа анализ биреүселәр, үҙҙәренең ВИЧ-статусын белергә теләүселәр һирәк. Нигеҙҙә инфекция пациенттарҙың операция алдынан йәки йөклө ҡатындарҙы иҫәпкә ҡуйғанда тапшырған анализдары аша осраҡлы ғына асыҡлана. Ә бит эскегә һалышып, бәйһеҙ йәшәү рәүеше алып барғандар, интоксикация менән генә килеп эләкмәһәләр, дауаханаға аяҡ та баҫмай, сирлеләре башҡаларҙы зарарлап йәшәй бирә. Бына ошо хафаландыра беҙҙе.

Сирҙең аҙыуы медицина учреждениеларына ВИЧ-ҡа тикшереү үткәреү буйынса йөкләмәләрҙе йылдан-йыл арттыра. Мәҫәлән, 2016 йылда үҙәк район дауаханаһы Әбйәлил халҡының 19 процентын лаборатор тикшереүгә йәлеп итергә тейеш булһа, йыл һайын был күрһәткес бер процентҡа арттырылып, быйыл 23 процент тәшкил итә. Йәғни бөгөн районда 45 меңдән ашыу кеше йәшәй икән, йыл дауамында 10 мең кешене ВИЧ-инфекцияһына тикшереү зарур. Йыл башынан хәҙерге ваҡытҡа 3416 кеше анализ биргән. Процент нисбәтендә был һан 7,5 процент ҡына тәшкил итә. План буйынса ҡалған 15,5 процентҡа тикшереү уҙғарылһа, үрҙәге һандар тағы ла артыу яғына үҙгәрәсәк. Әгәр йөҙ процентҡа тикшергәндә?.. Вирус асыҡлана икән, артабан сылбыр буйынса был пациент менән енси яҡынлыҡта булыусылар ҙа иммунограмма биреүгә саҡырыла. ВИЧ-инфекцияларҙың 90 проценттан ашыуы ауырыуҙы енси юл менән йоҡтора.

ВИЧ-тың 5 стадияһы бар. Тәүге икәүһен хатта лаборатор тикшереүҙәр ҙә асыҡлай алмай. Зарарланғандан һуң бер айҙан ярты йылға тиклем ҡан кире һөҙөмтә күрһәтергә мөмкин. Диагноз күпселектә өсөнсө стадияла асыҡлана. Дүртенсе стадияла инде вирус, иммун системаһын ҡаҡшатып, пневмония, туберкулез кеүек сирҙәргә килтерә, был кеше вирусты әүҙем таратыусы булып иҫәпләнә. ВИЧ-ты тулыһынса дауалап булмай. Әммә антиретровирус терапияһы үтеү, йәғни махсус дарыу препараттары ҡабул итеү ауырыуҙы күпкә кәметә, сирленең ғүмерен оҙайта. Инфекция асыҡланған кешеләргә улар бушлай бирелә, ҡиммәтле препараттар дәүләт тарафынан финанслана. Антиретровирус терапияһы инфекцияны әсәнән балаға күсеү осраҡтарын да кәметә. Медиктарҙың күрһәт-мәләрен теүәл үтәгәндә, сирле ҡатын һау-сәләмәт сабый тыуҙырыу мөмкинлегенә эйә.

Вирусты йоҡтороу кешенең шәхси тәртибенә бәйле. Ҡайһы берәүҙәр был бәләгә осраҡлы юлыға. Сирҙе енси партнерҙың хыянаты, инфекциялы ҡорал менән татуировка яһатыу, парентераль юл — ҡан аша йоҡтороу ихтималлығы ла бар. ВИЧ-инфекция барлығын белә тороп, уны аңлы рәүештә башҡаларға йоҡтороусылар ҙа юҡ түгел. Хатта бының өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу язаһы ла уларҙы ҡурҡытмай. Һәр кем үҙе тураһында хәстәрлек күреп, һаҡланыу сараларын күрһә, сәләмәтлеген ҡайғыртһа, ваҡытында медицина тикшеренеүҙәрен үтеп торһа, ул үҙен быуат афәтенән ҡотҡарып ҡала ала.

Гөлнара Күсәрбаева.
Читайте нас: