Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Август 2019, 11:18

Милли проект: өлкән йәштәгеләрҙе дауаханаға алып барасаҡтар

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 18 мобиль бригада барлыҡҡа киләсәк.


Милли проект арҡаһында өлкән йәштәге кешеләр өсөн медицина хеҙмәтләндереүе сифаты юғары кимәлгә күсә. Был мобиль бригадалар ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа уңайлы һәм тиҙ итеп медицина учреждениеларына барырға ярҙам итәсәк. Ярҙам 65 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә. Уларҙы өҫтәмә скрининг үтеү һәм ашығыс социаль хеҙмәтләндереү өсөн медицина учреждениеларына оҙатасаҡтар.


Учреждение директорҙарына автомобиль асҡыстарын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова тапшырҙы. “Демография” милли проектына ярашлы, автотранспортты һатып алыу өсөн 34,2 миллион һум аҡса бүленгән. Һәр бер микроавтобус 380 килограмм ауырлыҡҡа иҫәпләнгән электр мендергесе менән йыһазландырылған. Был, кәрәк булғанда, инвалид коляскаһындағы кешене лә күтәреү мөмкинлеген бирә. Автомобилгә һигеҙ кеше һыя, шул иҫәптән - ике инвалид коляскаһы.


Был махсус транспорт өс ҡарттар йортона һәм 12 психоневрология интернатына оҙатыласаҡ.

Әлеге мәлдә Башҡортостанда ошондай 34 “мобиль бригада” эшләй. Уларға хәҙер тағы 18-е ҡушылды. Республикала 65 йәштән өлкәнерәк 222 мең кеше иҫәпләнә, күпселеге алыҫ ауылдарҙа йәшәй, уларға район поликлиникаһына үҙаллы барыу ҙур проблема тыуҙыра.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;


Фото: rbtoday.ru

Читайте нас в