+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Август 2019, 11:23

Республика онкодиспансеры яңы ҡорамал алды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған аппараттың хаҡы 3 миллион һум тирәһе.

«Башинформ» яңылыҡтар хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың онкодиспансерына заманса электрохирургия блогы алынды. Был ҡорамал онкологияға булышлыҡ итеүсе шештәрҙе тәүге стадияһында уҡ бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ ҡырҡып алыу мөмкинлеге бирә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған аппараттың хаҡы 3 миллион һум тирәһе. Бер нисә көн элек урынлаштырылған ҡорамалды хирургтар файҙалана ла башланы: уның ярҙамында сирлеләргә бер нисә операция эшләргә өлгөргән улар. 2024 йылға тиклем заманса ҡорамалдар республика онкодиспансерына ғына түгел, онкология буйынса махсуслашҡан район бүлексәләренә лә ҡайтарыласаҡ. Бына тыш төбәктә яман шеште иртә стадияла асыҡлаған табиптарҙы матди яҡтан хуплау программаһы эшләй.
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: