Берҙәм тауыш биреү көнөндә "Сәләмәт һайлау. Сәләмәт Башҡортостан" акцияһы үтә. Уға ярашлы, һайлау участкаларында медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. 810-сы Әбделмәмбәт һайлау участкаһында фельдшерҙар Зифа Бәхтийәрова менән Фирүзә Сөләймәнова халыҡ сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә. Улар һайлауға килеүселәрҙең теләге буйынса ҡан баҫымын үлсәй, грипҡа ҡаршы укол ҡаҙай, витаминдар өләшә, халыҡты мөһим профилактик сара - диспансеризация тураһында хәбәрҙар итә.