+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Сентябрь 2019, 19:16

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы прививкалар эшләй башлағандар

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2019 йылда 1,8 млн кешене: 418 мең бала һәм 1,4 млн өлкәндәрҙе прививкалауҙы күҙаллай.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2019 йылда 1,8 млн кешене: 418 мең бала һәм 1,4 млн өлкәндәрҙе прививкалауҙы күҙаллай. Был 45 %, йәғни халыҡтың яртыһы тигәнде аңлата. Улар иҫәбендә 109 250 мәктәпкәсә йәштәге балалар, 295 750 уҡыусылар, 103 240 студенттар һәм 82 500 уҡытыусылар. 3 184 ауырлы ҡатындар ошо йылда республика бюджетына алынған вакцина менән прививкаланасаҡ. Был вакцина киҙеүҙең өс төп һәм йыш осрай торған вирус штамдарын үҙ эсенә алған. Шулай итеп, миҙгелдәге айырыуса актуаль штамдарҙан халыҡтың күпселек өлөшөн һаҡлаясаҡтар. Бынан тыш, табиптар шәхси һәм йәмәғәт гигиенаһы тураһында ла оноторға ярамай, тип иҫәпләй.
Читайте нас: