+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Сентябрь 2019, 10:37

Хәҙер төп бурыс – булғанды һаҡлау

Республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү, өлкәлә белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөү эше дауам итә. Билдәле булыуынса, был бурыстар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының нигеҙен билдәләй.

Республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү, өлкәлә белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөү эше дауам итә. Билдәле булыуынса, был бурыстар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының нигеҙен билдәләй.


Әле ошо йәһәттән ыңғай, тотороҡло хәл күҙәтелә. Атап әйткәндә, 457 белгес тураһында һүҙ бара, уларҙың 200-е – беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү белгестәре.


Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Миҫал өсөн, августа ғына төбәгебеҙҙә участка терапевтары һәм педиатрҙар 105 кешегә артҡан. Ыңғай динамика Красноусол, Туймазы, Мәләүез үҙәк район дауаханаларында, баш ҡаланың 13-сө, 17-се, 18-се клиник дауаханаларында, республика кимәлендәге медицина учреждениеларында күҙәтелә.


Был йәһәттән кире күренештәр ҙә бар. Миҫал өсөн, Бәләбәй, Миәкә үҙәк район, Стәрлетамаҡтың 1-се, 4-се дауаханаларында, киреһенсә, белгестәр һаны кәмегән. Был табиптарҙың пенсияға сығыуына, йә иһә ординатурала белем алырға китеүенә бәйле.

Махсус программа буйынса республикала 170 табиптың, урта медицина белемле 58 хеҙмәткәрҙең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Алты табип һәм ете фельдшерға ер участкаһы бирелгән. Ун меңдән ашыу белгес торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн компенсация алған. Быға тиклем “Ауыл табибы” программаһына эләкмәгән 150 табипҡа 1-әр миллион һум бирелгән. Йыл аҙағына тиклем ошо уҡ сумманы тағы ла 125 дефицит йүнәлешле табип аласаҡ. “Ауыл табибы” федераль программаһы буйынса 99 табипҡа 1-әр миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелһә, 10 фельдшерҙы 500-әр мең һум көтә. “Ауыл фельдшеры” республика программаһы буйынса иһә ошо уҡ сумма 72 белгескә тапшырыласаҡ.


Быйыл медицина колледждарын 1,5 мең кеше тамамлаған, уларҙың 933-ө республика иҫәбенә белем алған. Араларында 104-е өҫтәмә рәүештә ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса белемен камиллаштырған. 76 белгес ошо йүнәлештә хеҙмәт юлын башлаған, бәғзеләре ФАП-тарҙа эшләй, шулай уҡ артабан юғары уҡыу йортона ингәндәр ҙә бар.


Максим Забелин әйтеүенсә, сентябрь һәм октябрҙә тармаҡҡа тағы ла белгестәр киләсәк.

“Уртаҡ тырышлыҡ арҡаһында ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек, кире динамиканы туҡтаттыҡ. Һүҙ 400-ҙән ашыу белгес тураһында бара. Әгәр ҙә был эш менән маҡсатлы шөғөлләнһәң, табиптарға иғтибар күрһәтһәң, барыһы ла килеп сығасаҡ. Хәҙер иһә төп бурыс – булғанды һаҡлау”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.


Читайте нас: