+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Сентябрь 2019, 16:31

Ауылдаштарымдың һау булыуы — минең өсөн иң ҙур бүләк

Халыҡтың һаулығы һағында тороу — бик яуаплы һәм ауыр эш.

Халыҡтың һаулығы һағында тороу — бик яуаплы һәм ауыр эш. Бәхеткә күрә, ауылдарыбыҙҙа ышаныслы, ҙур тәжрибәле аҡ халатлы апайҙарыбыҙ бар. Утыҙ туғыҙ йыл яратҡан һөнәренә яуаплы ҡараған, ауылдаштарының һаулығы тураһында борсолған, уларға ярҙам иткән, Мәхмүт ауылында фельдшер булып эшләүсе Зифа Васил ҡыҙы Бәхтийәрова ла шулар араһында.

Зифа Бәхтийәрова Әлмөхәмәт МТС-ы ауылында Нәсимә һәм Васил Тайсиндарҙың ете балалы ғаиләһендә өсөнсө булып донъяға килә. Урал урта мәктәбен тамамлағас, Зифа апай буласаҡ һөнәре тураһында оҙаҡ уйламай, сөнки аҡ халатлы, кешеләргә ярҙам итеүсе, дауалаусы эше тураһында бала саҡтан хыяллана. Хыялы тормошҡа аша: ул 1980 йылда Сибай медицина училищеһында акушер һөнәренә уҡып сыға. Хеҙмәт юлын Үтәгән ауылында башлай, ә һуңынан Байым, Әбделмәмбәт ауылдарында эшләй. 1982 йылда тормош иптәше Самат Әхмәтйән улы Бәхтийәровты осратып, матур ғаилә ҡоралар. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып улдары һәм ике ҡыҙы донъяға килә. 1987 йылда Мәхмүт ауылында медпункт төҙөлгәс тә фельдшер булып эш башлай. Һәр килгән кешегә ихтирамлыҡ, хөрмәт күрһәтеп, үҙ эшен оҫта башҡара. Медпунктты икенсе өйөләй күреп, тәртиптә, таҙалыҡта тота, баҡсаһында сәскәләр үҫтерә.

Ауыл фельдшерҙарының эше ваҡыт менән түгел, ә көндөҙ ҙә, төнөн дә, ял көндәрендә лә дауам итә. Ауылдаштарына кәрәк саҡта дарыу менән, кәрәк саҡта йылы һүҙ менән дә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер тора З. В. Бәхтийәрова. Зифа Васил ҡыҙынан тыш тағы ике һеңлеһе медицина һөнәрен һайлаған.

Зифа апай өлгө булырҙай фельдшер ғына түгел, уңған килен, хәстәрлекле ҡатын, бәхетле өләсәй һәм аҡыллы ҡәйнә лә. Тормош иптәше Самат Әхмәтйән улы менән бергә йәшәүҙәренә 37 йыл. Улдары Фидан вахта менән эшләһә, ҡыҙҙары әсәһенең юлын һайлаған: Зәлиә Магнитогорск ҡалаһында өсөнсө курста фельдшер һөнәренә уҡып йөрөй, бер ул тәрбиәләй, Дилбәр Өфөлә, балаларҙың табип-реаниматологы, кейәүе Илшат менән ике малай үҫтерә. Күптән түгел Зифа Васил ҡыҙы үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләгән.

— Фельдшер эше еңелдән түгел, әммә үҙең яратып башҡарған эшеңдең ҡыйынлыҡтары белен-мәй. Сирләп килгән һәр кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға, тейешенсә дауаларға тырышам, уларҙың һаулығы, рәхмәт һүҙҙәре — минең өсөн иң ҙур бүләк, — ти Мәхмүт ауылы фельдшеры. Күрһәткән изгелектәре, яуаплылығы, намыҫлы хеҙмәте өсөн ул быйыл «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.

Ауылдарыбыҙҙа шундай алсаҡ, ихтирамлы, ҙур тәжрибәле фельдшерҙарҙың булыуы бик ҡыуандыра. Тимәк, мәхмүттәрҙең һаулығы ышаныслы ҡулдарҙа.

Регина ИШБУЛДИНА.
Читайте нас: