+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентябрь 2019, 12:21

Дарыу хаҡы өлөшләтә ҡайтарыласаҡ

Табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы осһоҙ хаҡҡа алып буласаҡ

РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, 2023 йылдан "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Рәсәйҙә амбулатор дауаланыусының үҙенә тотонған дарыуҙары хаҡы хөкүмәт тарафынан ҡапланасаҡ. Әле төрлө тәҡдимдәр өйрәнелә. Дарыуҙарҙы бушлай алырға тейешле кешеләрҙең хоҡуҡтары һаҡланасаҡ, ә башҡаларға ташлама ҡараласаҡ. Мәҫәлән, бушлай дарыуҙар менән 3 йәшкә тиклемге һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙәге балалар менән бергә, бәлиғ булмағадарҙың барыһын да исемлеккә индереү тәҡдиме бар. Бушлай дарыу менән нигеҙҙә оло быуын кешеләрен, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар булыусыларҙы тәьмин итеү күҙалана. Был юл халыҡ араһында йөрәк өйәнәге, инсульт осраҡтарын кәметергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй белгестәр.

В. ИЛҺАМОВ.
Читайте нас: