Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙең төп эксперттары, табиптар һәм шәфҡәт туташтары, медицина вуздары уҡытыусылары йыйылды.
Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында улар ауыл халҡына тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүҙә урта медицина белемле белгестәрҙең әһәмиәте тураһында фекер алышты.
Форумдың пленар өлөшө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Медицина белеме һәм һаулыҡ һаҡлауҙағы кадрҙар сәйәсәте департаменты директоры Ирина Купеева форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү телмәрендә:
– Бөгөнгө осрашыуыбыҙ көнүҙәк проблемаға арнала. Белеүегеҙсә, былтыр Рәсәй Президенты указға ҡул ҡуйғас, милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үҙ эсенә һигеҙ федераль проектты ала. Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын медицина кадрҙары менән тәьмин итеү проектында туранан-тура ҡатнашабыҙ. Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр был проектта урта медицина белеменә эйә булған персоналға айырым урын бирелә. Табиптар менән бер рәттән кадрҙарға бәйле хәлде яҡшыртыу бурысы ла ҡуйыла, – тине.
Ирина Купеева шулай уҡ “Демография”, “Һанлы иҡтисад”, “Мәғариф, “Фән” милли проекттары нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы байтаҡ эш башҡарылыуын билдәләне.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, форум ҡунаҡтарын республика Башлығы исеменән тәбрикләгәндән һуң, медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтеү йәһәтенән төбәк власы күргән саралар тураһында һөйләне. Ул әле республикала 17 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләүен, күптәренең ҙур эш стажына, квалификация категорияларына эйә булыуын билдәләне.
– Йыл һайын медицина колледждары 1,5 меңгә яҡын белгес әҙерләй. Бынан тыш, республикала Белемде камиллаштырыу үҙәге лә уңышлы эшләй. Унда белгестәр йыл һайын уҡый, – тине Максим Забелин. – 2016 йылдан төбәктә тормошҡа ашырылған “Ауыл фельдшеры” программаһында 180 түбәнге звено белгесе ҡатнашҡан. Медицина ярҙамы менән тәьмин итеү күләмен арттырыу маҡсатында 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 200-ҙән ашыу ФАП-ты, өс ауыл врач амбулаторияһын яңыртыу, 10-дан ашыу поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Был көндә түбәнге звено белгестәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Форум ҡунаҡтары Башҡортостандағы медицина колледждарының ҡыҙыҡлы күргәҙмәләре менән танышты, республикалағы ауыл халҡына тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү тарихы тураһында видеояҙмалар ҡараны.
Конференцияла ҡатнашыусылар секциаларҙа эшен дауам итте. Уларҙа ауылда һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында урта медицина белеменә эйә булған белгестәрҙең эшендә сирҙәрҙе иҫкәртеү, халыҡты диспансерлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ “Хәстәрлек биләмәһе” пилот проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе, халыҡтың һаулығын яҡшыртырыу йәһәтенән күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, “Ауылға изгелек” ирекмәндәр хәрәкәтен файҙаланыу, ауыл ерендә эшләү өсөн белгестәр әҙерләүҙә мәғариф ойошмаларының әһәмиәте буйынса фекер алыштылар.
Конференция нигеҙендә шәфҡәт туташтары эшмәкәрлегенә идара итеү буйынса профмилле комиссия, медицина ойошмаһында шәфҡәт туташтарының эш сифатына эске контролде ойоштороу, сирлеләрҙе хәстәрләү үҙенсәлектәре кеүек мәсьәләләргә арналған секция ултырыштары үтте. Сығыш яһаусылар шәфҡәт туташтарының хеҙмәтен ойоштороу, пациенттар өсөн психологик уңайлыҡтар тәьмин итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.