Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының профилактик медицина милли тикшеренеү үҙәге йөрәк һаулығын нисек һаҡларға кәңәштәр бирә. Һау йөрәккә беренсе аҙым – дөрөҫ туҡланыу. Ҡош итенә, балыҡҡа, диңгеҙ продукттарына, үтә майлы йәки татлы булмаған һөтлө һәм әсетелгән продукттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Тәүлегенә 400 грамдан да әҙ булмаған йәшелсә һәм емеш-еләк ашау мотлаҡ. Майлы ит һәм шәкәрҙән баш тартырға тура киләсәк. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса, үлемдең төп сәбәбе булып йөрәк – ҡан тамырҙары сирҙәре тора.