Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова республика дауаханаларына Беларусиянан һатып алынған “МАЗ-Купава” флюорографтары асҡыстарын тапшырҙы.
Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Күсмә флюоорографик ҡоролмалар ҡалаларҙан, район үҙәктәренән алыҫта йәшәгән ауыл халҡын, шулай уҡ төрлө белем биреү учреждениелары уҡыусыларын, ҙур ойошмалар коллективтарын хеҙмәтләндереү өсөн айырыуса уңайлы.
Һанлы флюорографтар менән йыһазландырылған медицина комплекстары Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларындағы клиник дауаханаларға бирелде. Улар ярҙамында яҡын арала пациенттарҙы тикшерә башлаясаҡтар.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.