“Заманса гаджеттар тиҙ ярҙам станцияһының диспетчер пунктынан бригадаларға саҡырыу тураһындағы мәғлүмәтте еткереү ваҡытын бер нисә тапҡырға кәметәсәк. Фельдшерҙар мәғлүмәттәрҙе онлайн-режимда ҡабул итеп, юлда барғанда уҡ ауырыу тарихын өйрәнеп, беренсел медицина документацияһын тултырырға, пациенттың хәле, ниндәй ярҙам талап ителәсәге тураһында дауаханаға хәбәр итә аласаҡ – кеше ғүмере өсөн көрәштә һәр минут ҡәҙерле булғанда был бик мөһим”, - ти тиҙ ярҙам хеҙмәтенең өлкән фельдшеры Людмила Емельянова.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау! милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.