Инсульт булғанда баш мейеһе зарарлана һәм ул хәрәкәт функцияларының, һөйләшеүҙең йәки хәтерҙең насарайыуына килтерә. Ҡан әйләнешенең боҙолоуы арҡаһында кислород һәм глюкоза етешмәүе баш мейеһе күҙәнәктәренең үлеүенә алып килә, ә был, үҙ сиратында, фалиж һуғыу һәм хатта кешенең үлем сәбәбе булып тора. Инсульт хәүефен тыуҙырған факторҙарға юғары артериаль ҡан баҫымы, холестерин кимәленең күтәрелеүе, диабет, һимереү һәм артыҡ ауырлыҡ, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары, тәмәке тартыу, наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу инә.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инсульттың йәше йылдан-йыл йәшәрә», — ти үҙәк район дауаханаһы неврологы Г. Ғ. Ихсанова һәм быға бер нисә миҫал килтерә: — Артыҡ тән ауырлығынан яфаланыусы 35 йәшлек ирҙең ҡан баҫымы күтәрелеүе фонында башы әйләнә, ҡоҫа, атлап йөрөшө үҙгәрә. Компьютер томографияһы уның ишемик инсульт үткәреүен дәлилләне. Йөрәк ритмы көйһөҙләнгән ҡатындың ҡунаҡта ултырғанда кинәт бите ҡыйшая, телмәре ауырлаша, торорға булғас, быуынһыҙланыуы сәбәпле, иҙәнгә йығыла — былар ҙа инсульттың билдәләре.
Табип әйтеүенсә, күпселек ауырыуҙарҙа ишемик инсульт күҙәтелә. Был осраҡта тәндең ҡайҙалыр периферик ҡан тамырҙарында барлыҡҡа килгән тромб өҙөлөп, ҡан тамырҙары буйлап баш мейеһенә барып етә һәм уның бер өлөшөнә ҡан килеү юлын яба, йәғни ваҡ ҡан тамырҙарына тығыла һәм ҡан йөрөшөн туҡтата. Ишемик инсульттың төп симптомдары: тәндең бер яҡ яртыһында, уңдан да, һулдан да булыуы ихтимал, ҡул һәм аяҡ ойой, хәлһеҙлек һиҙелә, ҡайсаҡ телмәр насарая. Инсульттың тағы ла бер төрө — геморрагик инсульт, ул һирәгерәк осрай. Ул баш мейеһендә ҡан тамыры өҙөлөүе менән характерлана һәм ауыр үтә. Ауырыу иҫен юғалта, биҙгәк тота.
Ә бит һәр сирҙе алдынан алып булғандай, инсульт хәүефен дә киҫәтергә мөмкин. Бының өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫтән сығармағыҙ:
- артериаль ҡан баҫымы кимәлен контролдә тотоғоҙ, тонометрҙағы һандарҙың 140/90 кимәленән күтәрелеүенә юл ҡуймағыҙ;
- әгәр табип яҙған булһа, ҡанды шыйығайтыусы дарыуҙар эсегеҙ;
- баш мейеһен туҡландырыусы муйын-ҡан тамырҙары һәм йөрәк торошон УЗИ һәм кардиограмма ярҙамында йылына кәмендә бер тапҡыр тикшереп тороғоҙ, йөрәк тәңгәлендә ауыртыныу йәки уның насар эшләүен тойһағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмай, дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ;
- ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен нормала тотоуҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ;
- физик әүҙемлек хаҡында онотмағыҙ, күп хәрәкәт итегеҙ, гиподинамияны профилактикалау маҡсатында көнөнә өс мең аҙым йәйәү атлау файҙалы;
- тәмәке тартыуҙы ташлағыҙ;
- алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ;
- тоҙ ҡулланыуҙы мөмкин тиклем сикләгеҙ;
- организмда һыу балансын һаҡлағыҙ, таҙа һыу эсегеҙ;
- әгәр ғаиләгеҙҙә инсульт осрағы йәки шәкәр диабеты, гипертония, аритмия, атеросклероз, инфаркт, тромбоз сирлеләр булһа, табип-неврологта тикшеренеү үтегеҙ.
Ауырыуҙы бер кем дә һорап алмай. Әгәр үҙегеҙҙә инсульт билдәләрен тойһағыҙ, медицина ярҙамы һорап ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәгеҙ, дауалауҙың һөҙөмтәһе лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ.