+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Ноябрь 2019, 10:15

Диспансерҙа – яңы аппарат

Республика онкология диспансерында үпкәне яһалма елләтеү аппараты эшләй башланы. Был ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынғайны.

Республика онкология диспансерында үпкәне яһалма елләтеү аппараты эшләй башланы. Был ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынғайны.
Яңы аппарат онкология диспансерына йылына 120 мең кешене тикшереү мөмкинлеген бирәсәк. Ул реанимация-анестезиология хеҙмәтенең һөҙөмтәле эше өсөн кәрәкле үтә мөһим функцияларға эйә. Атап әйткәндә, ҡорамалды пациенттың шәхси ихтыяждарына көйләргә була, кәрәкле режимды тын алыу циклының башынан аҙағынаса тоторға мөмкин.
Онкосирлеләр буйынса статистика, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыуандырмай, әле иҫәптә 85 меңдән ашыу кеше тора. Йыл һайын яман шештең 13 меңдән ашыу осрағы теркәлә. Ошоно күҙ уңында тотоп, төбәгебеҙҙә халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.
Был күрһәтмәләр араһында онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш беренсе сиратта. Республика онкология диспансерына яңы заманса бина төҙөү, медицина учреждениеларына ҡорамалдар, дарыу препараттары алыуҙың күләмен арттырыу, пациенттарҙа ошо ауырыуҙы тәүге стадияһында асыҡлаған медицина белгестәренә матди дәртләндереү сараһы булдырыу һ.б. ғәмәлдәр яман шешкә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.

Читайте нас: